Дауахана ла дауаға мохтаж
21 декабря 2018 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Дауахана ла дауаға мохтажОшо уҡ көндө министрҙың сәфәрендә ҡатнашыусылар Сәйетбаба участка дауаханаһында булдылар.
Заманында "Йондоҙ” колхозы (рәйесе-А.С.Йәноҙаҡов) инициативаһы һәм финансы менән һалдырылған Сәйетбаба ауыл участка дауаханаһы бинаһы шунан бирле капиталь ремонт күрмәгән. 20-ләп ауылды, йәғни 5 меңләп кешене хеҙмәтләндергән дауахана бөгөн үҙе «дауа”ға мохтаж.
Һикһәненсе йылдар аҙағында асылған дауахана үҙ ваҡытында ауыл ере өсөн бик алдынғы ине. Ике ҡатлы таш бинала амбулатория, ятаҡ больница, шул иҫәптән рентген кабинеты, хирургия, бала табыу, реанимация бүлмәләре булды. Яҡты, иркен палаталар, һәр береһенә һыу үткәрелгән, бәпәйҙәр менән ятыусыларға ла, өлкән йәштәгеләргә лә барлыҡ уңайлыҡтар булдырылғайны. (Сирләшкә бала булараҡ был тупһаларҙы күп тапарға тура килде. Ул ваҡыттағы баш табип һәм  педиатр булып эшләп киткән ирле-ҡатынлы Ирина һәм Илдар Нуретдиновтарҙы йылылыҡ менән иҫкә алам).
Тәүлек әйләнәһенә ярҙам һорап барырлыҡ  дауаханабыҙҙың ябылыу сигендә тороуына биш йыллап булып китте. Вазифаларына әле генә тәғәйенләнеп, тәүге эш сәфәрҙәрен беҙҙең райондан башлаған етәкселәргә ауыл халҡының өмөтө ҙур. Стационарҙы ҡабат асыуҙарын, яңы "Ашығыс ярҙам” машинаһы, белгестәр (терапевт, педиатр), теш һурыу-дауалау кабинетына яңы  ҡорамалдар ҡайтартылыуын, физиотерапия кабинетының эш сәғәттәре оҙайтылыуын һорап мөрәжәғәт итте йәмәғәтселек. Пенсия йәшен оҙайтыу мәсьәләләренә тиклем, башта халыҡтың сәләмәтлеген, ғүмер оҙайлығын   ҡайғыртыу тәүшарт булырға тейештер, ә уның өсөн урындағы мөмкинлектәрҙе(был осраҡта-тәғәйенләнешенә тап килгән иркен бина һәм тәжрибәле коллектив) тулыһынса файҙаланыу яғын ҡарарға кәрәк.
Рәйлә САБИТОВА.