Тәгәрмәсле фельдшер-акушерлыҡ пункты
08 февраля 2019 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тәгәрмәсле фельдшер-акушерлыҡ пунктыТәгәрмәсле фельдшер-акушерлыҡ пунктыКрасноусол үҙәк район дауаханаһында мобиль (күсмә) фельдшер-акушерлыҡ пункты эшләй.
Медицина тикшереүе, беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, диспансерлаштырыу өсөн кәрәкле ҡорамалдар (ЭКГ аппараты, ҡан баҫымын үлсәү ҡулайламаһы, ҡан анализы алыу өсөн процедура өҫтәле, кушетка, ауырлыҡ, буй үлсәмен алыу ҡоролмалары, ҡул йыуғыс һәм башҡалар) менән йыһазландырылған "Газель” автобусы районыбыҙҙың медицина учреждениелары булмаған ауылдар халҡын хеҙмәтләндерәсәк.
Уҙған шишәмбелә Үҙәк район дауаханаһының медицина-профилактикалау бүлексәһенең табип-терапевы Елена Ринат ҡыҙы Бәхтейәрова етәкселегендә фельдшер Эльза Мазһар ҡыҙы Таһирова һәм шәфҡәт туташы Асия Әсҡәт ҡыҙы Рафиҡова, педиатр Регина Шамил ҡыҙы Мырҙагилдинанан торған медиктар төркөмө иң тәүгеләрҙән булып тәгәрмәсле ФАП-ты Мораҡ ауыл биләмәһенә ҡараған Новотроевка ауы-
лында "һынап” ҡараны. Медиктар бында йәшәгән өлкән йәштәге кешеләрҙең сәләмәтлек торошон тикшерҙе. Уларҙы Мораҡ ФАП-ы фельдшеры Вера Ефимовна Петрова менән акушерка Лидия Михайловна Тимофеева оҙатып йөрөнө. Ауылда 36 кеше йәшәй, шуларҙың 11-е балалар (2-һе мәктәпкәсә йәштәге, ҡалғандары уҡыусылар). Новотроевка ауылында элек медицина ветерандары ирле-ҡатынлы Зиминдар (хәҙер мәрхүмдәр): Степан Александрович (табип) менән Антонида Алексеевна (акушерка) ауылдаштары һаулығы һағында торған. Шулай уҡ балалар шәфҡәт туташы булып эшләгән Анастасия Лазаревна Ковалева  - хаҡлы ялдағы медицина ветераны ошо ауылда ғүмер итә.
Мораҡ ФАП-ы медицина хеҙмәткәрҙәре был ауылдан тыш, яҡын-тирәләге Ҡарлы, Новотроевка, Дмитриевка, Красный Октябрь ауылдарын да (барлығы 875 кеше) хеҙмәтләндерә.
Үҙәк район дауаха-наһының мобиль ФАП-ы медицина хеҙмәткәрҙәре Новотроевка ауылының оло йәштәге кешеләренең ҡан баҫымын үлсәне, ЭКГ аппаратында кардиограмма үткәрҙе, ҡан анализы алды, шәкәр диабеты менән иҫәптә торған ауырыуҙар ҙа тикшерелде.
Был көндө шулай уҡ Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Йәнешев та Мораҡҡа килде. Алик Рәмил улы күсмә ФАП-тар менән тәьмин итеү буйынса республика программаһына инә алмауҙарына ҡарамаҫтан, медицина учреждениеларынан алыҫта урынлашҡан йәки бөтөнләй булмаған төпкөл ауылдар халҡына медицина хеҙмәте күрһәтелһен өсөн был мәсьәләне хәл итеүҙә ярҙам иткән район хакимиәтенә, шәхсән Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙовҡа рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Район дауаханаһы автобусты үҙ көсө менән йыһазландырып, эш башланы. Бындай тәгәрмәсле ФАП-тар районыбыҙҙың башҡа ауылдарына ла юлланасаҡ.
Индира ИШКИНА.