Кешеләргә ярҙам итеү – ул булмыш
12 марта 2019 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Кешеләргә ярҙам итеү – ул булмышХалыҡ һаулығын һаҡлау өлкәһендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған ветерандарҙың Үҙәк район дауаханаһы етәкселеге менән осрашыуының сираттағыһы Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһында (элекке участка дауаханаһы) булды.
Ҡупшы кейемдәрен кейеп, үҙҙәрен бер аҙға йәшәреп киткәндәй тойған өлкәндәр билдәләнгән ваҡытҡа дауахана фойеһына йыйылды. Улар араһында табиптар, шәфҡәт туташтары, санитаркалар, күрше ауылдарҙың фельдшер-акушерлыҡ пункттары мөдирҙәре, фельдшерҙар, акушеркалар бар ине. Сәй табыны артында йәнле аралашыу булды, күптән күрмәгән хеҙмәттәштәре менән күрешеп һөйләшеп, үҙҙәренең ниндәй ауыр шарттарҙа эшләгән ваҡыттарын иҫкә алып, әле халыҡ һаулығы һағында торған медиктарға теләктәрен дә еткерҙеләр.
Йыйылыусыларҙы Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһының яңы табибы Р.Хәсәнов тәбрикләп, ветерандарҙың дауаханаға йышыраҡ килеүҙәрен, кәрәк саҡта йәштәргә ярҙам итеүҙәрен, өйрәтеүҙәрен, тәжрибәләре һәм белемдәре менән уртаҡлашыуҙарын теләне. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы А.Сәйфуллин, бындай осрашыуҙар ветерандар үҙҙәрен оноттолар тип уйламаһындар, ә йәштәр үҙ эштәрен өлкәндәр өлгөһөндә  яратып, бар күңелдәрен һалып башҡарһындар өсөн ойош-
торола, тине уның ике яҡ өсөн дә отошло булыуын билдәләп.
- Был участка дауаханаһы һәр ваҡыт пациенттарҙың һәм хеҙмәткәрҙәрҙең күп булған ваҡыттары менән иҫтә ҡалған. Әммә ул ниндәйҙер билдәһеҙ сәбәптәр менән табиплыҡ амбулаторияһы статусына күсерелде. Билдәле, персоналды ла ҡыҫҡарттылар. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, декабрҙә районға һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы М.Забелиндың килеүе менән бында капиталь ремонт яһау, тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк стационар асыу мәсьәләһе лә ыңғай хәл ителде. Бында тейешле шарттар бар, уның өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, - тине Үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары И.Фәйзуллин. Ирек Зиннур улы киләсәктә Үҙәк район дауаханаһы хакимиәте яғынан ветерандарға ныҡлы иғтибар йүнәлтеләсәге хаҡында бәйән итте.
Участка табип-терапевы Ә.Заһиҙуллин, һаулыҡ һаҡлау ветерандары Т.Ишмырҙина, Һ.Әбүзәрова һәм башҡалар үҙҙәренең эшләү дәүерендәге хәтирәләре менән уртаҡлашты. Улар үҙҙәре һәм пациенттары менән килеп сыҡҡан сетерекле хәлдәр, аҙым һайын осрап торған ауырлыҡтар, өҫтәүенә, төп эштәренән тыш, йәмәғәт бурыстарын да (агитатор, политинформатор, депутат, халыҡ дружинаһы, иптәштәр суды, ата-әсәләр комитеты ағзаһы һәм башҡалар) йөкмәтеп ҡуйыуҙары, колхозсылар менән берлектә шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү, ырҙын табағында эшләү кеүек һәм башҡа эштәр хаҡында бәйнә-бәйнә һөйләнеләр.
2019 йылда Сәйетбаба табиплыҡ амбулаторияһы үҙенең 60 йыллығын билдәләйәсәк. Уның эшмәкәрлеге хаҡында "Почет Билдәһе” ордены кавалеры, Сәйетбаба участка дауаханаһының элекке шәфҡәт туташы-ветеран Зәйтүнә Шәмситова бәйән итте.
-1959 йылдың сентябрендә участка дауаханаһы асылғансы Сәйетбабала медпункт ҡына бар ине, фельдшер булып Әсҡәт Әхмәт улы Резбаев (аҙаҡ участка дауаханаһын етәкләй) менән шәфҡәт туташы Фәриҙә Тәҡиулла ҡыҙы Хөсәйенова эшләне. Ауырыуҙар бик күп ине. Башта үҙ дарыуханабыҙ ҙа булманы, дарыуҙар район үҙәгенән ташылды, әммә улары ла етмәй ине, - тип хәтер йомғағын һүтте Зәйтүнә апай.
Әлеге медицина хеҙмәткәрҙәренең йәш быуыны элекке хеҙмәткәрҙәрҙең уғата ауыр шарттарҙа эшләргә тура килеүен күҙ алдына ла килтермәйҙер. Зәйтүнә Вәли ҡыҙы ул замандарҙа йоғошло сирҙәрҙең ныҡлы таралыуы, балалар үлеме осраҡтарының йышайыуы хаҡында һөйләне. Саҡыртыуҙар тураһында һөйләп тораһы ла түгел – ауыл медиктарының бер төнө лә уларҙан башҡа үтмәй.
Тыуым да бик юғары була. Бала табыу йортонда оҙаҡ йылдар алһыҙ-ялһыҙ акушерка Зифа Резбаева эшләй. Зәйтүнә Шәмситованың үҙенә лә йыш ҡына кендек инәһе булырға тура килгән. Игеҙәктәр ҙә, бер мәл хатта өс игеҙәк тыуған.
Йылдар үтә, участка дауаханаһы ла үҫешә һәм иркенәйә бара. Бында республиканың төрлө медицина уҡыу йорттары студенттарын практикаға ебәрә башлайҙар, ҡайһылары уҡыуҙарын тамамлағас, Сәйетбабаға әйләнеп ҡайтҡан. Үҙҙәрендә лаборатория эшләй башлай, физкабинет асылыуҙың ауырыуҙарҙы тиҙерәк һауыҡтырыуға ярҙамы ҙур була. Лаборантка булып оҙаҡ йылдар С.Хәкимова, ә физкабинетта Т.Ишмырҙина эшләй. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн ауыр йылдарҙа участка дауаханаһын Ә.Заһиҙуллин етәкләй, табип Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында бер нисә йыл эшләгән була. Ул замандарҙа йүнле юлдар ҙа, "Ашығыс ярҙам”дар ҙа булмай, уға саҡырыуҙар буйынса ауырыуҙар янына бары тик ат менән генә барып етергә мөмкин булған.
Хәҙер хәлдәр башҡасараҡ: "Ашығыс ярҙам” машинаһы заманса йыһазландырылған, бинаға газ үткән. Коллектив берҙәм һәм эшлек-ле. Һуңғы ун йыллыҡта һаулыҡ һағында Ф.Йәнешева, Р.Ғилманова, Ф.Урманшина, В.Мәүлетҡолова, Ф.Сәйфуллина, Г.Хәкимова, З.Сираева, И.Вәлиева, М.Хәкимова, М.Йәноҙаҡова, Г.Баязитова, Н.Ғәзизова, Р.Сабитова, Г.Вәлиева, М.Ҡотлоәхмәтова, Ф.Мәүлетҡолова, Р.Ишниязова, Р.Аҙнабаев, И.Иҙрисов, Р.Байбулдин, М.Латипова, А.Рәхмәтуллина, Р.Йәрмиева, Р.Сафина, З.Ғарифуллина, Ә.Рәхимова, Р.Ишбирҙина, Р.Хызырова, Ә.Йәнмырҙин, Н.Бердникова һәм башҡалар торҙо.
Әңгәмә барышында ветерандар бөгөн медицина уҡыу йорттарына уҡырға инергә теләүселәр күберәк булһын өсөн һәр ҡайҙа медицина һөнәрҙәрен пропагандаларға кәрәк, тигән уртаҡ фекергә килделәр.
И.ӘЛИБАЕВА.