Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар"Имәнкәй” санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры бишенсе йыл инде йыл әйләнәһенә санатор-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләй. Бында районыбыҙҙан, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан балалар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын да нығыта. Уларҙың һәр ҡайһыһы нигеҙҙә дауахананан табиптан алынған санатор-курорт дауаланыу карталары менән килә.

Бәләкәс кенә, әммә ҙур хәүеф сығанағы
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, ҡояш йылы нурҙарын сәсеү менән, талпандар ҙа күҙен аса. Өшөүе һәм ас булыуы сәбәпле, иртә яҙҙан уҡ та улар тере йән эйәләренә йәбешергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ошоно оноторға ярамай: талпандар май айында ныҡлы әүҙемләшә башлай. Бигерәк тә май-июнь айҙарында улар күп була, июлдә яйлап кәмей төшә, ә августа һирәк осрай. Шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәң дә уяу булырға, был зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.

Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…
27 января 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…Районыбыҙ өсөн Йәмәғәт советы нимә ул? Рәсәй Федерацияһы кимәле менән сағыштырһаҡ, Рәсәй Йәмәғәт Палатаһы һымаҡ була инде. 4 декабрҙә районыбыҙҙың власть, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ултырышында үҙҙәрен әүҙем итеп күрһәткән абруйлы, билдәле кешеләрҙән райондың Йәмәғәт советы һайлап ҡуйылды. Ойошма рәйесе итеп районда ихтирам ҡаҙанған шәхес Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы БАЙГИЛДИН (һүрәттә) һайланды. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ тап уның менән.

Ыңғай үҙгәрештәр дауам итә
25 января 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Уҙған йыл райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн бигүк насарҙан булманы. Үҙәк район дауаханаһы әленән-әле табиптар менән тулыланып тора – "Земство докторы” программаһы буйынса районға 24 йәш белгес эшкә ҡайтты. 2015 йыл башынан дауаханала 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге эшләй башланы. Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАға ошолар һәм һаулыҡ һаҡлау системаһының үткән йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһауын һорап мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

Саң һуғырға ваҡыт
10 декабря 2015 йыл | Урындағы үҙидара, Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

"Аҡ үлем” менән һатыу итеүселәргә ҡаршы көрәш, алкоголизм, "һул” спирт продукцияһы һәм суррогат менән ағыуланыу һәм интоксикация осраҡтарының йышайыуы, шулай уҡ медиктарҙың, полицияның, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм йәмәғәт берекмәләренең был өлкәләге эше район хакимиәтендә үткән сираттағы кәңәшмәлә төп тема булып торҙо. Бөгөнгө көндә былар Ғафури районында ысынбарлыҡтағы иң көнүҙәк мәсьәләләр булып тора. Тәү сиратта был хаҡта район хакимиәте башлығы Р.З.Бохаров кәңәшмәлә ҡатнашҡан яуаплы һәм компетентлы кешеләрҙең иҫтәренә төшөрөп үтте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 18