Балалар һаулығы һағында
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Красноусол балалар  шифаханаһы коллективы.Красноусол балалар шифаханаһы коллективы.Красноусол балалар шифаханаһының 183 кешене берләштергән ҙур коллективы ла һөнәри байрамдарын – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ошо илаһи дауалау, ял итеү урыны шифалы шишмәләре, ләме һәм башҡа дауалау сығанаҡтары менән Рәсәй кимәлендә лә танылыу яуланы. Бында бәләкәй пациенттарға 30-ҙан ашыу төрлө бальнеологик һәм физиотерапевтик процедуралар уҙғарыуға мөмкинлек биргән, ҡеүәтле дауалау-диагностикалау аппаратуралары менән йыһазландырылған 6 бүлек эшләй.

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусыларИюндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарын оло ҡиммәткә - кешеләр сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға бағышланған иң кешелекле һәм шәфҡәтле, изге һөнәр эйәләренең байрамы ул. Ошо уңайҙан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАға (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:

Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Ял да итәләр, һаулыҡтарын да нығыталар"Имәнкәй” санатор-һауыҡтырыу спорт-туристик лагеры бишенсе йыл инде йыл әйләнәһенә санатор-һауыҡтырыу йүнәлешендә эшләй. Бында районыбыҙҙан, республикабыҙҙың район-ҡалаларынан балалар ял итеп кенә ҡалмай, һаулыҡтарын да нығыта. Уларҙың һәр ҡайһыһы нигеҙҙә дауахананан табиптан алынған санатор-курорт дауаланыу карталары менән килә.

Бәләкәс кенә, әммә ҙур хәүеф сығанағы
06 апреля 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Тәбиғәт ҡышҡы йоҡонан уянып, ҡояш йылы нурҙарын сәсеү менән, талпандар ҙа күҙен аса. Өшөүе һәм ас булыуы сәбәпле, иртә яҙҙан уҡ та улар тере йән эйәләренә йәбешергә мөмкин. Нисек кенә булмаһын, ошоно оноторға ярамай: талпандар май айында ныҡлы әүҙемләшә башлай. Бигерәк тә май-июнь айҙарында улар күп була, июлдә яйлап кәмей төшә, ә августа һирәк осрай. Шуға күрә ҡайҙа ғына йөрөһәң дә уяу булырға, был зарарлы бөжәктән һаҡланырға кәрәк.

Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…
27 января 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тыуған төйәк һәм халыҡ мәнфәғәтен күҙҙә тотоп…Районыбыҙ өсөн Йәмәғәт советы нимә ул? Рәсәй Федерацияһы кимәле менән сағыштырһаҡ, Рәсәй Йәмәғәт Палатаһы һымаҡ була инде. 4 декабрҙә районыбыҙҙың власть, ижтимағи ойошмалар вәкилдәре ҡатнашлығында үткән ултырышында үҙҙәрен әүҙем итеп күрһәткән абруйлы, билдәле кешеләрҙән райондың Йәмәғәт советы һайлап ҡуйылды. Ойошма рәйесе итеп районда ихтирам ҡаҙанған шәхес Сәлимгәрәй Миңлегәрәй улы БАЙГИЛДИН (һүрәттә) һайланды. Бөгөнгө әңгәмәбеҙ тап уның менән.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 7 8 9 10 11 12 13 14 15 ... 20