Сырхауҙарға дауа биреүселәр
13 июля 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Йылдың-йылы июндең өсөнсө йәкшәмбеһе Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө булараҡ билдәләнә. Ошо уңайҙан үҙәк ра-йон дауаханаһының баш табибәһе Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАны әңгәмәгә саҡырҙыҡ.
-Беҙҙең районда 32 меңдән ашыу кеше йәшәүен иҫәпкә алып, һәр ҡайҙағыса һеҙҙә лә уҙғарылған оптималләштереү, йәғни ҡыҫҡартыуҙар халыҡҡа үҙ ваҡытында медицина ярҙамы күрһәтеүҙә  ҡыйынлыҡтар тыуҙырмаймы?
- Ғафуриҙар һаулығы һағында үҙәк район дауаханаһында эшләүсе медиктар армияһы ғына түгел, ә ике ауыл табиплыҡ амбулаторияһы, өс ауыл участка дауаханаһы һәм 43 фельдшер-акушерлыҡ пункт-тарында табип-шәфҡәт туташтары ла уяу тора. Үҙәк район дауаханаһында 200 койкаға иҫәпләнгән 7 стационар бүлексә, поликлиника, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары, "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе, клиник-диагностик һәм бактереологик лабораториялар эшләй. Быйыл 25 паллиатив койкалар астыҡ.
Йыл һайын стационарҙың барлыҡ бүлексәләрендә, көндөҙгө дауаланыу койкаларын да индереп, 6 меңгә яҡын кеше дауалана. Поликлиника 175 меңгә яҡын пациентты ҡабул итһә, "Ашығыс ярҙам” бүлексәһе 11 мең саҡырыуға барҙы.
Шулай уҡ табип ҡабул итеүенә килгән сирлеләрҙе хеҙмәтләндереү кимәле лә күтәрелә бара. Сирле кешенең табипҡа күренеү өсөн оҙон көн буйына сират көтөп ваҡытын әрәм итеп ултырмаһын өсөн поликлиникала ла, стационарҙа ла барлыҡ уңайлы шарттар
булдырыу өсөн ҡулдан килгәндең барыһы ла эшләнә. Ике йыл инде өлкән кешеләрҙе диспансерлаштырыу, профилактик һәм ваҡытлы медицина тикшереүҙәре уҙғарыу өсөн медицина профилактикаһы бүлексәһе эшләп килә.
2014 йылдан БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының "Бәйләнеш үҙәге” эшләй, уның буйынса тар белгестәр ҡабул ителеүенә яҙылырға мөмкин. Балалар консультацияһында 1 йәшкә тиклемге балаларҙы һәм мәктәп уҡыусыларын диспансерлаштырыу үткәрәбеҙ, шулай уҡ сәләмәт бала кабинеты эшләй. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы заманса медицина ҡорамалдары менән тулыландырылды. Был буласаҡ әсәйҙәр һәм тыуасаҡ сабыйҙарҙың сәләмәтлеген контролдә тоторға мөмкинлек бирә.
- "Ашығыс ярҙам” хеҙмәте тураһында ни әйтерһегеҙ? Улар ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән сирлеләргә үҙ ваҡытында барып етә аламы? Был хеҙмәттән кешеләр ҡәнәғәтме?
- Әгәр ҙә ҡайҙалыр "Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенең эшенән ҡәнәғәт булмаһалар, был, әлбиттә, беҙҙең районда түгел. Беҙҙә "Ашығыс ярҙам” фельдшерҙарының сирлеләр мөрәжәғәтенә, йәғни саҡырыуҙарына барыу һәм сирлеләргә мөнәсәбәттәренә ҡарата дәғүә белдереүселәр юҡ. Был хеҙмәт медицина хеҙмәткәрҙәренең 2 бригадаһы Красно-усолда тәүлек әйләнәһенә эшләһә, тағы ла 3 бригада Сәйетбаба, Яңғыҙҡайын, Еҙем-Ҡаран филиалдарында дежурға сыға. "Ашығыс ярҙам”дың 8 автомобиле, шул иҫәптән реанимобиль ГЛОНАСС системаһы менән йыһазландырылған. Икәүһе ауыр хәлдәге сирлеләрҙе дауаханаға килтереү өсөн заманса диагностик ҡоролмалар менән комплектланған.
- Район үҙәге алыҫ булғанлыҡтан, оло кешеләр сирләһә сирләп ята, дауаханаға килергә ашыҡмай. Ундайҙар өсөн һеҙҙең тарафтан нимәләр эшләнә?
- Ысынлап та, ундайҙар бар, ҡайһылары ваҡытын әрәм иткеһе килмәй. Үҙәк район дауаханаһының табиптар бригадаһы аҙна һайын ауыл участка дауаханалары, табип амбулаторияһы һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарында күсмә ҡабул итеүҙәр уҙғара. Был бригада акушер-гинеколог, хирург, эндокринолог һәм урындағы халыҡ заявкалары буйынса тар белгестәрҙе үҙ эсенә ала. Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан бригадалар һуғыш ветерандарының өйҙәренә барып уларҙың сәләмәтлеген тикшерҙе.
- Матди-техник базағыҙ ни хәлдә?
- Һуңғы йылдарҙа районыбыҙҙың һаулыҡ һағы базаһы матди-техник йәһәттән тулыланып тора. "Ашығыс ярҙам” хеҙмәте 3 автомашинаға тулыланды.
- Кадрҙар мәсьәләһенә лә туҡталып үтегеҙ әле?
- Халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында кардиолог, эндокринолог, 4 терапевт, 3 акушер-гинеколог һәм педиатр ставкалары булдырылды.
- Һөнәри байрамығыҙ уңайынан үҙ эшенең оҫталарын билдәләп үтергә лә кәрәктер.
- Әлбиттә. Улар: хирург С.Г.Байгилдин, терапия бүлеге мөдире Р.Р.Арыҫланов, акушер-гинеколог Р.З.Латипов, табип-невролог И.Р.Шәйбәкова һ.б.-лар.
- Байрамығыҙ уңайынан ҡотлау-ҙарығыҙ.
- Районыбыҙҙың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен, коллегаларҙы һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһе ветерандарын Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Һаулыҡ, бәхет, изге, еңел булмаған яуаплы эштәрендә һәм бөтөн башланғыстарында уңыштар, байрамса кәйеф теләйем.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ.

Индира ИШКИНА
әңгәмәләште.

Йәш инспекторҙар – республика слетында
13 июля 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Май аҙаҡтарында Благовещен районындағы "Зарница” лагерында "Хәүефһеҙ тәгәрмәс” юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының  республика слеты үтте.
Унда беҙҙең Ғафури районы исеменән Красноусол-дағы 3-сө урта мәктәптең  Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы М.И.Сабитов етәкселегендәге йәш  юл инспекторҙары командаһы сығыш яһаны. Республиканың ҡала-райондарынан килгән 62 команда араһында беҙҙең йәш инспекторҙар дөйөм команда иҫәбендә 5-се урын яуланы. Шәхси беренселектә иһә 4-се класс уҡыусыһы Фидан Хәмитов 2-се урынға лайыҡ булып, көмөш миҙал менән бүләкләнде. Виктория Балашова "Тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” станцияһында – 6-сы, Денис Ионцев "Автоҡаласыҡ” станцияһында 7-се урын яуланы.
Команда Маҡтау грамотаһы һәм Өфөләге аквапаркҡа купон менән бүләкләнде.
Слетҡа барып ҡайтырға ярҙам иткәндәре өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Й.Салауатовҡа, мәғариф бүлеге етәксеһе З.Р.Әхтәмоваға, йәштәр бүлеге мөдире Л.З.Сәйғафароваға,  ДОСААФ директоры Р.З.Әхтәмовҡа, шәхси эшҡыуар Д.С.Рудкевичҡа рәхмәт белдерәбеҙ.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы.

Һаулыҡ һаҡлау системаһын камиллаштырып
08 июня 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Үҙәк район дауаханаһының баш табибы З.Ә.Ҡужинаның Муниципаль район Советы ултырышындағы докладынан (ҡыҫҡартып бирелә)
2014 йылда район һаулыҡ һаҡлау учреждениеһы алдында "2014-2020 йылдарҙа республикала һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү” программаһын, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәтенең һөҙөмтәлелеген күтәреүгә йүнәлтелгән "Юл картаһы” саралар планын район кимәлендә тормошҡа ашырыу, заманса мәғлүмәт системаларын индереү кеүек бурыстар торҙо.
Инновациялар, кадрҙар, бағыусылыҡ
Үткән йыл һуҙымында Красноусол үҙәк район дауаханаһы тулыһынса берҙәм РМИАС системаһына күсте. Информацион технологиялар пациентҡа табип ҡабул итеүенә поликлиника регистратураһында урынлаштырылған инфомат аша, дәүләт хеҙмәте сайты, Интернет һәм 09-383 телефон номеры буйынса БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бәйләнеш-үҙәге аша яҙылыу мөмкинлеге бирә. Маҡсатлы программаларҙы үтәү йәһәтенән туберкулез, ВИЧ-инфекция, онкология кеүек социаль сирҙәр буйынса махсус программалар эшләнде. Балаларҙың, эшкә һәләтле кешеләрҙең үлеү осраҡтарын кәметеүгә ҙур баҫым яһалды. Был программалар һәм эш планы район хакимиәте менән килешелде. Уларҙы тормошҡа ашырыуҙа ауыл биләмәләре башлыҡтары ла әүҙем ҡатнашырға тейеш, тип билдәләне З.Ә.Ҡужина.
Халыҡты, беренсе сиратта социаль йәһәттән дәүләт ярҙамына мохтаждарҙы, ауылдарҙа йәшәүселәрҙе һәм ололарҙы дарыу менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү ойошторолдо. Ауылдар халҡына медицина ярҙамы күрһәтеү системаһы камиллаштырыла. Бөтә ФАП-тарҙың да зыян күреп эшләүенә ҡарамаҫтан (район буйынса бер генә фельдшер-акушерлыҡ пункты ла финанс йәһәтенән үҙен аҡламай), уларҙы һәм кадрҙарҙы ҡыҫҡартыуҙан һаҡлап ҡала алдыҡ.
2015 йылдың 1 ғинуарына райондың һаулыҡ һаҡлау тармағында барлығы 57 табип (ихтыяждың 64,5 проценты) эшләй ине. Урта медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителеш 87,8 процент тәшкил итә.
"Земский доктор” программаһы бу-йынса районға 20 йәш белгес ҡайтты. 2014 йылда табип-кардиолог ставкаһы индерелде. Яңы йыл башынан дауаханала 25 урынлыҡ паллиатив медицина ярҙамы бүлеге эшләй башланы. Учреждениеның матди-техник базаһын нығытыу йәһәтенән байтаҡ эшләнде. 2014 йылда бағыусылар ярҙамы менән Яңғыҙҡайын участка дауаханаһына капиталь ремонт, ФАП-тарға косметик ремонт эшләнде. Заманса медицина ҡорамалдары күпләп алынды. Мәҫәлән, Яңғыҙҡайын участка дауаханаһында "Альмаг-02”, "Тонус-ДТГ”, ЭКГ аппараттары, Буруновка ФАП-ына "Ультра-Лайт” камераһы һ.б.-лар.
Өфөләге 2-се стоматология поликлиникаһының баш табибы, яҡташыбыҙ Венер Ғафаров ярҙамы менән район дауаханаһына һәм Яңғыҙҡайын участка дауаханаһына байтаҡ йыһаздар ҡайтарылды. Ярҙамы өсөн уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
Демографик мәғлүмәттәр
2014 йылда 465 (2013 йылға ҡарата 60-ҡа кәмерәк) сабый донъяға килгән. 1000 кешегә иҫәпләгәндә тыуым күрһәткесе 14,2 процент булған, был 2013 йылға ҡарата 13 процентҡа кәмерәк. Сабыйҙар үлеме күрһәткесе 2013 йылдағынан күпкә артып киткән. Йөклөлөк буйынса 674 ҡатын-ҡыҙ иҫәптә торһа, уларҙың 8-е бәлиғ булмаған йәш әсә, 11-е – имен булмаған ғаиләнән. Онкологик сир менән 2013 йылда 68 кеше иҫәпкә алынһа, 2014 йылда – 83 кеше. Шул уҡ ваҡытта сирҙе һуңлап асыҡлау күрһәткесе кәмегән.
Яңы йыл башына 67 ВИЧ-сирле иҫәптә торһа, 22 сирле дауалана, 1 кеше дауаланыуҙан баш тартҡан. ВИЧ-сирле бер ҡатын бала тапҡан.
Халыҡ араһында флюорографик тикшереүҙәр уҙғарыу планы 64 процентҡа ғына үтәлгән. Был беренсе сиратта күсмә флюорография ҡоролмаһы булмауға һәм халыҡтың үҙ һаулығына битараф ҡалыуына бәйле.
Ауыл биләмәләре башлыҡтары үҙ биләмәһендә йәшәүселәрҙең барыһының да флюорография тикшереү үтеүен ойошторорға бурыслы, тип билдәләне сығыш яһаусы.
Урындарҙа мобиль диагностика үҙәген йәлеп итеү юлы менән өлкәндәрҙе диспансерлаштырыу дауам итә. Аҙна һайын ауылдарҙа табиптарҙың ҡабул итеүе ойошторола. Терапевт, гинеколог, хирург, педиатр, эндокринолог, профилактика бүлеге белгестәренән торған күсмә бригада төпкөл ауылдарға ла барып етә. 2014 йылда ошондай 65 күсмә ҡабул итеү булып, барлығы 4875 кеше ҡаралған һәм 152 ауырыу осрағы асыҡланған.
Үлем осраҡтарын анализлағанда
2014 йылда тотош район буйынса үлем осраҡтары 83-кә кәмеһә лә, эшкә һәләтле кешеләрҙең үлеме юғары килеш ҡала. Былтыр эшкә яраҡлы 155 кеше үлгән. Ра-йондан, хатта республиканан ситтә үлгән кешеләрҙең беҙҙә теркәлеү осраҡтары булды. Ошоға бәйле хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре участка терапевтары менән берлектә мәйеттәрҙе суд-медицина тикшереүенә ебәреү мәсьәләһен хәл итергә, ә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре документтарҙы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 20 сентябрендә ҡабул ителгән 950-се һанлы Ҡарарына ярашлы рәсмиләштерергә бурыслы.
2014 йылда йөрәк-ҡан тамырҙары, яман шеш ауырыуҙарынан үлеүселәр һаны күпкә кәмене. Шулай уҡ 2013 йылға ҡарата төрлө имгәнеүҙәр, ағыуланыуҙан үлеү осраҡтары аҙайҙы. Шуға ҡарамаҫтан ошоға бәйле үлем сәбәптәре район буйынса 3-сө урынды биләй. Ә бына суицид – үҙ-үҙенә ҡул һалыу осраҡтары 1-се урында тора. 2014 йылда, мәҫәлән, 19 суицид осрағы теркәлде. Янғында 1 кеше үлде. Түбән температуранан, йәғни туңып үлеүселәр һаны 2013 йылғы күрһәткестән 2 тапҡырға юғары булып (12 осраҡ), 2-се урынды биләй.
Эскелек, көмөшкә ҡайнатыу, суррогат араҡы һатыуға ҡаршы көрәште көсәйтеү, ауыр, имен булмаған ғаиләләр менән профилактик эште көсәйтеү, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙем пропагандалау кеүек бөтә был саралар халыҡтың эскелеккә бәйлелеген кәметеүгә йүнәлтелергә те-йеш.
Һаулыҡҡа булған ҡарашты үҙгәртергә
Суицид осраҡтарының йыш күҙәтелеүе халыҡтың социаль кимәленең түбән булыуы хаҡында һәйләй. Ҡағиҙә булараҡ, суицид эскелек менән мауыҡҡан, амораль тормош алып барған, эшләмәгән ғаиләләрҙә күберәк осрай. Үлем осраҡтарының күпселеге, йәғни 54,5 проценты өйҙә теркәлә. Был инде халыҡтың дауалау-профилактикалау учреждениеларына һирәк мөрәжәғәт итеүҙәре, сирлеләрҙе һуңлап иҫәпкә алыу тураһында һөйләй. Шунлыҡтан сир хроник ауырыуға әйләнә.
Үткән йылда реанимацияла дауаланған сирлеләрҙең 50 процентын суррогат араҡы менән ағыуланыусылар тәшкил итте. Эскелеккә ҡаршы көрәш иң мөһим йүнәлеш булып тора. Күптән түгел "Ашығыс ярҙам” бригадаһы Красноусол ауылы урамдарының береһендә иҫһеҙ ятҡан 10 йәшлек малайҙы дауаханаға килтерҙе һәм уға шундуҡ алкоголь интоксикацияһы (!) диагнозы ҡуйылып, реанимация бүлегенә һалынды. Ҡот осмалы хәл бит. Бындай диагноз менән килгән бер ауырыуҙы дауалау өсөн уртаса 23 мең һум аҡса сарыф ителә.
Район халҡы үҙ һаулығына битараф. Күп ваҡыт сирлене республика дауаханаһына ебәреү өсөн уға махсус медицина ярҙамы кәрәклеген ҡат-ҡат аңлатырға, хатта өгөтләргә тура килә. Үҙ һаулығыңа ҡарашты үҙгәртергә кәрәк.
Артабан докладсы ауыл биләмәләре башлыҡтарына урындарҙағы ФАП-ҡа иғтибарҙы арттырырға кәңәш итте, сөнки күп мәсьәләне үҙ көсөң менән дә хәл итеп була. Һәр башлыҡ, оптималләштереүгә бәйле халыҡтың медпунктһыҙ ҡалыу ихтималлығын аңларға, үҙәк район дауаханаһы менән берлектә ФАП-тарҙы һаҡлау сараһын күрергә тейеш. Эшкә һәләтле кешеләрҙең, балаларҙың үлеү осраҡтарын кәметеү - беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ.
Дауалау учреждениеһының структураһы һәм
финанслау торошо
Артабан З.Ә.Ҡужина район дауа-ханаһының структураһын анализлап үтте һәм тармаҡты финанслау мәсьәләләренә ҡағылды.
2014 йылда район халҡына Красноусол үҙәк район дауаханаһы, Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын участка дауаханалары, Дарьино, Табын амбулаториялары, 43 фельдшер-акушерлыҡ пункты, 4 "Ашығыс ярҙам” бүлеге медицина ярҙамы күрһәтте. Ағымдағы йыл башынан дауахананың структураһы бер аҙ үҙгәрҙе: участка дауаханалары ауыл амбулаторияһы итеп үҙгәртелде, йәғни хәҙер районда 5 ауыл амбулаторияһы барлыҡҡа килде. ФАП-тар һаны үҙгәрешһеҙ ҡалды. Сәйетбаба, Еҙем-Ҡаран, Яңғыҙҡайын амбулаторияларында 10-ар койкалыҡ көндөҙгө бүлек ҡалды. Бөтә амбулаториялар ҙа көнөнә 75 сирлене ҡабул итә ала.
Район буйынса 206 койка-урын иҫәпләнһә, уның 143-ө стационар, 63-ө - көндөҙгө бүлектә.
2014 йылда Красноусол район дауаханаһы койка-көн буйынса планды тулыһынса үтәне. Амбулатор-клиник эшмәкәрлек буйынса барлығы бюджет бу-йынса - 12984, ОМС буйынса 1552927 ҡабул итеү теркәлгән. "Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 11142  саҡырыу булған.
2014 йылда һаулыҡ һаҡлау тармағына төрлө сығанаҡтарҙан 184207,09, шул иҫәптән бюджеттан 9731,66 мең һум аҡса бүленде. Бюджеттан бүленгән аҡсаның 3354,54 мең һумы амбулатор ярҙамға, 6347 мең һум бүлектәрҙә дауалауға, 61,85 мең һумы көндөҙгө бүлеккә тотонолдо.
ОМС фондынан барлығы 167965,5 мең һум бүленһә, уның 82470,7 мең һумы (план буйынса – 91027,48 мең һум) стационарға, 66670,9 мең һумы (66318,050) поликлиникаға, 2660,1 мең һумы (7367,18) көндөҙгө стационарға, 16163,8 мең һумы (17395,47) "Ашығыс ярҙам”ға тотонолдо. Сертификаттар буйынса милли проект сиктәрендә 3229 мең һум бирелде. Барлығы 3280,93 мең һумлыҡ түләүле хеҙмәт күрһәтелде.
Стационар ярҙамға барлығы 880785,965  мең һум аҡса бүленде. Стационарҙа бер сирлене дауалау уртаса 12858, 11 һумға төшә. Стационар буйынса бер койка–көндөң уртаса хаҡы 1958 һум (шул иҫәптән уның 92,99 һумы туҡланыуға, 234,76 һумы дарыуҙарға) тәшкил итә.
Амбулатор ярҙамға 70025,443 мең һум, "Ашығыс ярҙам”ға 16183,8 мең һум аҡса йүнәлтелгән. "Ашығыс ярҙам”ға бер саҡырыу 1450,71 һумға төшә, уның 66,89 һумы - дарыуҙарға.
Көндөҙгө бүлектә бер пациент–көндөң хаҡы 142,85 һум, шул иҫәптән туҡланыуға – 43,06 һум, дарыуҙарға – 30,03 һум тәшкил итә.
Һәр кем үҙе яуаплы
- Граждандарҙың сәләмәтлеген һаҡлау тураһындағы Федераль Законда һәр кемдең үҙ һаулығы өсөн яуаплы икәне тураһында ла әйтелә, - тип билдәләне З.Ә.Ҡужина сығышын йомғаҡлап. - Улар үҙ ваҡытында медицина тикшереүе үтергә һәм дауаланырға, сирҙәрҙе иҫкәртеү сараһын күрергә тейеш. Быны һәр кем иҫтә тоторға һәм тейешле талаптарҙы мотлаҡ үтәргә бурыслы.


Балалар бында ашҡынып килә
20 апреля 2015 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Балалар бында ашҡынып килә
Балалар бында ашҡынып киләКрасноусол балалар санаторийы шифалы ләм һәм һыу менән дауалау, күп сирҙәрҙе профилактикалау йәһәтенән республикала ғына түгел, унан ситтә лә киң билдәле учреждениеларҙың береһе. Республикабыҙ райондарынан тыш, Мәскәү, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Алыҫ Себерҙән һәм Санкт-Петербургтан дауаланырға килеүселәр бик күп. Иң мөһиме, ата-әсәләр балаларын бер тапҡыр килтереү менән сикләнмәй. Киләһе йылға алдан уҡ путевка хәстәрләп ҡуялар.

Бәхете – яратҡан һөнәрендә
15 декабря 2014 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Бер-бер артлы йорттарҙа уттар һүнде, ә Зөһрәнең өйҙәге мәшәҡәттәре бөтмәгән әле…
Бына, ниһайәт, бөгөнгө эштәрен тамамлап, үҙенә лә ял итергә, йоҡларға форсат тыуҙы. Ғәҙәттәгесә, күптән йоҡоға талған улы Ирек (Красноусолдағы 3-сө мәктәптә 5-се класта уҡый) янына килеп, юрғанын ипләп япты ла утты һүндерҙе. Иртәгәһен тағы ла иртүк торорға кәрәк бит.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 9 10 11 12 13 14 15 16 17 ... 20