Ваҡытында асыҡлау мөһим
22 сентября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

=23 сентябрь – Бөтә донъя түш яман шешенә ҡаршы көрәш көнө
 
Ваҡытында асыҡлау мөһим
Йыл һайын Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы башланғысы менән түш яман шешенә ҡаршы көрәш көнө 40-ҡа яҡын илдә, шул иҫәптән Рәсәйҙә лә үтә. Уның маҡсаты – йәмәғәтселектең иғтибарын иртә диагностикалау һәм был ҡурҡыныс сирҙе дауалау проблемаларына йүнәлтеү. Программаның төп йүнәлеше - ҡатын-ҡыҙҙарға медицина тикшереүе үтеүҙең мотлаҡ икәнлеген еткереү.

Профилактик сара үтә
12 сентября 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмаларҙы файҙаланғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы иҫкәртеү маҡсатында 11 сентябрҙән 29 сентябргә тиклем "Тағылма” (прицеп) шартлы исеме аҫтында Гостехнадзор тарафынан профилактик сара уҙғарыла.

Бәлиғ булмағандар имгәнде
05 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ, Һаулыҡ һаҡлау

31 августа иртәнге 05.00 сәғәттә райондың бер ауылында К.И. "ВАЗ-11113” автомашинаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәйенсә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҡаршыға килгән "Восход-3М” мотоциклын бәрҙерә.
Һөҙөмтәлә мотоцикл-да китеп барған 2002 йылғы Ф. һәм 2001 йылғы А. төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелә. Ошоноң менән бәйле ата-әсәләрҙе балаларын таныҡлыҡһыҙ мотоцикл, мопед һәм башҡа транспорт сараһына ултыртмауҙарын һорайбыҙ. Шулай уҡ төндә балаларығыҙҙың ҡайҙа йөрөүен дә контролгә алһағыҙ ине. Уларҙың һаулығы һеҙҙән тороуын онотмаһағыҙ ине.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция өлкән лейтенанты.

Мәктәптәрҙең янғын хәүефһеҙлегенә - иғтибар
29 августа 2017 йыл | Мәғариф, Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеларының мөһим бурысы булып уҡытыу-тәрбиә процесын уҙғарыуҙа уҡыусыларҙың ғүмерен һәм сәләмәтлеген гарантиялауҙы күҙаллаған хәүефһеҙ шарттар тәьмин итеү тора. Мәктәптең комплекслы хәүефһеҙлеген тәьмин итеү йәһәтенән өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе - бинаның һәм уның биләмәһенең янғын хәүефһеҙлеге.

Табип ҡабул итеүенә... скайп аша
18 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Табип ҡабул итеүенә... скайп ашаБР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 2017 йылдың 27 июнендәге "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында”ғы 1551-Д һанлы бойороғон бойомға ашырыу йәһәтенән 10 августа үҙәк район дауаханаһында баш табип Алик Рәмил улы Йәнешевтың БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының бүлек начальнигы Гөлнара Фаат ҡыҙы Зиннурова менән берлектәге граждандарҙы ҡабул итеүе ойошторолдо. Уларға үҙәк район дауаханаһы баш табибының халыҡты медицина күҙәтеүе бу-йынса урынбаҫары Ирек Зиннур улы Фәйзуллин һәм поликлиника мөдире Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы Ҡужина ярҙам итте.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20