Белем усағына хәүефһеҙ юлдан
08 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Яңы уҡыу йылы башланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалып бара. Бер нисә аҙнанан балалар шау-гөр килеп мәктәп ишеген асасаҡ.

Баш табипҡа һорауың бармы?
04 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

10 августа Үҙәк район дауаханаһының баш табибы һәм Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫарҙары берлектә  видео-селектор элемтәһе аша граждандарҙы ҡабул итә.
Ҡабул итеүгә яҙылыу өсөн 9 авгусҡа тиклем 2-71-98 телефонына шылтыратырға йәки мөрәжәғәттең асылын аңлатыу өсөн баш табипҡа шәхсән килергә кәрәк.
Ҡабул итеү БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының  2017 йылдың 27 июнендәге "Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ведомствоһына ҡараған медицина ойошмалары етәкселәре тарафынан граждандарҙы шәхси ҡабул итеүҙе ойоштороу тураһында” бойороғона ярашлы ойошторола.

Әсә һөтөнә алмаш юҡ
04 августа 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Әсә һөтөнә алмаш юҡБөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы инициативаһы менән балаға әсә һөтө имеҙеүҙе хуплау һәм яҡлау маҡсатында 1 августан 7 авгусҡа тиклем Бөтә донъя күкрәк һөтө менән туҡландырыу аҙналығы иғлан ителде.

Яман һәм аҫтыртын сир
28 июля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Яман һәм аҫтыртын сирЙылдың-йылы тотош  донъя бу-йынса йөҙҙәрсә миллион кеше вируслы гепатит сиренә дусар булып, яҡынса 1,5 миллионының ғүмере өҙөлә. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы килтергән мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, барлығы 2 миллиард самаһы, йәғни ер йөҙөндәге һәр өсөнсө кеше вируслы гепатит йоҡторған. Һәр 12-сеһендә В йәки С гепатиты вирусы. Тотош донъя буйынса алғанда үлем сәбәптәренең һәр һигеҙенсе осрағы ошо гепатитҡа бәйле.

Беҙ һеҙҙең өсөн эшләйбеҙ
14 июля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Социаль страховкалау фонды бик күп йүнәлештәрҙә эшмәкәрлек алып бара. Уларҙың барыһы ла социаль яҡтан мөһим әһәмиәткә эйә. Әсәлек һәм балалыҡты яҡлау, ваҡытлыса эшләмәү пособиеларын түләү, һөнәри рисктарҙы страховкалау, льготалы граждандарҙы санатор-курорт путевкалары менән тәьмин итеү, шулай уҡ инвалидтарҙы реабилитациялау техник саралары һәм протез-ортопедия изделиелары менән тәьмин итеү  - былар барыһы ла фондтың эшмәкәрлек төрҙәре.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 20