Яулайһы үрҙәр алда әле
07 апреля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Спорт

 Яулайһы үрҙәр алда әле
 =7 апрель – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө
Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тип юҡҡа ғына әйтелмәгән бит. Арабыҙҙа спорт менән шөғөлләнеүҙе йәшәү рәүеше итеп һанағандар, унһыҙ үҙҙәрен күҙ алдына ла килтерә алмағандар бихисап. Красноусолда йәшәүсе «Успех» бизнес-үҙәгендә эшләүсе Розалия Дәүләтбаева (һүрәттә) шундайҙарҙан.

Һаҡ булығыҙ: ҡош киҙеүе!
31 марта 2017 йыл | Ауыл хужалығы, Һаулыҡ һаҡлау

Россельхознадзор халыҡты илебеҙ биләмәһендә ҡош киҙеүе вирусы таралыуы хаҡында иҫкәртә. Мәскәү эргәһендә тиҫтәләгән урында ҡош киҙеүе сире таралыуы асыҡланған. Вирус менән көрәш маҡсатында ҡошсолоҡ фабрикаларында 337 мең тауыҡ, 731 мең  йомортҡа юҡ ителгән.

Үҙ мәлендә дауаланырға кәрәк
28 марта 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Туберкулез – хәҙерге заман медицинаһының мөһим социаль проблемаһы. Медицина күрһәткестәренә ярашлы, йыл һайын туберкулездан 3 миллион кеше вафат була, ә халыҡ араһында йылына был сир менән ауырыусылар һаны 8 миллион тәшкил итә.

Сенаторҙың эш сәфәре
17 марта 2017 йыл | Урындағы үҙидара, Һаулыҡ һаҡлау

21 февралдә районда Башҡортостандан сенатор, Федерация Советы Комитеты рәйесенең фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса беренсе урынбаҫары, республиканың башҡарма хөкүмәт вәкиле Лилиә Ғүмәрова инициативаһы менән инвалид һәм сәләмәтлектәре сик-ле балаларҙы уҡытыу,
дауалау һәм реабилитация мәсьәләләре бу-йынса граждандарҙы ҡабул итеү булды. Ра-йон халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә сараны республиканың төрлө министрлыҡтары һәм учреждениелары – һаулыҡ һаҡлау, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, мәғариф өлкәһе етәкселәре һәм белгестәре уҙғарҙы.
Сенаторҙың эш сәфәре


Иртә асыҡлау – уңыштың яртыһы
03 февраля 2017 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

 4 февраль – Бөтә донъя рак ауырыуҙарына ҡаршы көрәш көнө
Онкология сирҙәре менән ауырыу проблемаһы беҙҙең ра-йон өсөн көнүҙәк булып тора. Йыл һайын 90-дан алып 100-гә тиклем яңы онкопатология осраҡтары теркәлә, пациенттарҙың йәше – 3 айлыҡтан алып 100 йәшкә тиклем. Ракты башланғыс стадияларында асыҡлау проценты даими арта барһа ла, районда һуңғы йылдарҙа онкологияның "ҡулдан ысҡыныу” күрһәткесе уртаса республика кимәленән юғарыраҡ булып ҡала, йәғни рак һуңғы, 4-се стадияла асыҡланған сирлеләр күп. Рак алды хәле йәки рак ни тиклем иртәрәк асылһа, унан һауығыу ихтималлығы ла шунса юғары икәне аңлашылалыр. Бында шуныһын да әйтергә кәрәк: хәҙерге ваҡытта 4-се стадия ла мотлаҡ хөкөм ҡарары түгел, сөнки медицина йылдан-йыл онкология менән сирләүселәрҙең ғүмер сифатын һәм оҙайлығын яҡшырта бара.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 20