Байрамға матур бүләк
12 октября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

"Красноусол” шифаханаһы хеҙмәтләндереү, сервис, уңайлыҡтар йәһәтенән донъяның иң яҡшы курорттары иҫәбендә. Әленән-әле Бөтә Рәсәй, респуб-лика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Улар араһында алтын, көмөш миҙалдар, Дипломдар, кубоктар…

Мәсетле ҡыҙы Зилә
10 сентября 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау, Йәмғиәт

Тыуған ерҙән торған ер яҡын, ти халыҡ мәҡәле. Мәсетле ра-йоны ҡыҙы Зилә өсөн дә Ғафури ере күңелгә шул тиклем яҡын төбәк. Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаған ҡыҙ Балаҡатай районында эш башлай. 1990 йылда иһә Ғафури егете Марат Әминев менән ҡауышҡас, туйҙан һуң улар Красноусолға килеп төшә. Марат район гәзитенә, ә Зилә Үҙәк район дарыуханаһына эшкә урынлаша.

Аҡ халатлылар тәбрикләнде
23 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһының шәфҡәт туташы Йондоҙ Хәниф ҡыҙы Ғәлекәйева (һүрәттә) өсөн һөнәри байрамы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе икеләтә һөйөнөслө булды. Беренсенән, медицина өлкәһендәге, йәғни ауылдаштары һаулығы һағындағы 35 йыллыҡ (25 йылы - өлкән шәфҡәт туташы) лайыҡлы хеҙмәтенә оло баһа тип ҡабул итһә, икенсенән, 55 йәшлек юбилейына ҙур бүләк булды.Яңғыҙҡайын табиплыҡ амбулаторияһының шәфҡәт туташы Йондоҙ Хәниф ҡыҙы Ғәлекәйева (һүрәттә) өсөн һөнәри байрамы – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөндә Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеүе икеләтә һөйөнөслө булды. Беренсенән, медицина өлкәһендәге, йәғни ауылдаштары һаулығы һағындағы 35 йыллыҡ (25 йылы - өлкән шәфҡәт туташы) лайыҡлы хеҙмәтенә оло баһа тип ҡабул итһә, икенсенән, 55 йәшлек юбилейына ҙур бүләк булды.16 июндә райондың барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләү өсөн үҙәк район дауаханаһының тамаша залына йыйылды.

Балалар һаулығы һағында
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Красноусол балалар  шифаханаһы коллективы.Красноусол балалар шифаханаһы коллективы.Красноусол балалар шифаханаһының 183 кешене берләштергән ҙур коллективы ла һөнәри байрамдарын – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнөн лайыҡлы ҡаршылай. Хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ошо илаһи дауалау, ял итеү урыны шифалы шишмәләре, ләме һәм башҡа дауалау сығанаҡтары менән Рәсәй кимәлендә лә танылыу яуланы. Бында бәләкәй пациенттарға 30-ҙан ашыу төрлө бальнеологик һәм физиотерапевтик процедуралар уҙғарыуға мөмкинлек биргән, ҡеүәтле дауалау-диагностикалау аппаратуралары менән йыһазландырылған 6 бүлек эшләй.

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусылар
20 июня 2016 йыл | Һаулыҡ һаҡлау

Кеше сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлаусыларИюндең өсөнсө йәкшәмбеһендә Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө һөнәри һәм гражданлыҡ бурыстарын оло ҡиммәткә - кешеләр сәләмәтлеген һәм ғүмерен һаҡлауға бағышланған иң кешелекле һәм шәфҡәтле, изге һөнәр эйәләренең байрамы ул. Ошо уңайҙан үҙәк район дауаханаһының баш табибы Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙы ҠУЖИНАға (һүрәттә) мөрәжәғәт иттек. Һүҙ уға:
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 5 6 7 8 9 10 11 12 13 ... 18