Милиция ветерандарына – тәбрик һүҙҙәре
18 мая 2018 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Милиция ветерандарына – тәбрик һүҙҙәреКүптән түгел район эске эштәр бүлегенең тамаша залында матур традицияға әүерелгән бүлек ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеү тантаналы сараһы үтте. Ветерандарға Красноусолдағы 2-се урта мәктәптең башланғыс класс уҡыусылары тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.

Полиция хәбәр итә
10 апреля 2018 йыл | Хоҡуҡ

12 мартта Красноусолда Ҡыҙылъяр урамында йәшәүсе С. өйөнән спиртлы продукция һатыуҙа ғәйепләнә.
13 мартта Антоновка ауылында йәшәүсе А.-нан "ВАЗ-2107” автомашинаһына ут төртөүҙәре хаҡында хәбәр алына.
15 мартта район үҙәге кешеһе эске эштәр бүлегенә күршеһенең наркотик етештереүе хаҡында хәбәр итә. Был адрес бу-йынса тикшереү һөҙөмтәһе шуны күрһәтә, ысынлап та, М.-ның үҙ хужалығында наркотик матдәләр етештергәнлеге асыҡлана.
Ошо уҡ көндө С. хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Уның микрокредит ойошмаһынан аласаҡ аҡсаһына алдаҡ юл менән хужа булған билдәһеҙ әҙәмде яуапҡа тарттырыуҙарында ярҙам һорай.
Шул уҡ көндә М.-дың хужалығынан һыйыр ите урлау факты теркәлә. Асыҡланыуынса, итте зыян күреүсенең хужалығындағы вагонсыҡҡа инеп  Игенйылға ауылынан Т. сәлдергән булған. Ошондай уҡ урлашыу осрағы Ҡурғашлы
ауылында ла була. В.-ның өй ишеге биген ватып инеп ҡоҙаһы 5 кило шәкәренә "айыу майы һөрткән”. Бығаса зыян күреүсенең 3 кг шәкәре юҡҡа сыҡҡан булған.
Ошо уҡ ауыл кешеһе М.-дың өйөнән көмөшкә һатыу факты асыла.
15 мартта Красноусолдағы К. Маркс урамында урынлашҡан магазин янында спиртлы продукция тейәлгән ике автомашина ултырыуы хаҡында хәбәр алына.
18 мартта сабыйын өйҙә яңғыҙын ҡарауһыҙ ҡалдырған, йәғни әсәлек бурысына яуапһыҙ ҡараған ҡатынға 5.35-се статья бу-йынса административ протокол төҙөлә.  
20 мартта Аҡкүл ауылында автосервистан автомобилде урлап алып китеү факты теркәлә. Енәйәт ҡылыусы әҙәм ҡулға алына.
23 мартта Үзбәк ауы-лында ырҙын табағы янында автомобиль менән егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы була.
24 мартта  үҙәк район
дауаханаһында пациент дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән һикерергә маташҡан.
26 мартта магазин ишеген ҙур оҫталыҡ менән ватып инеп, тәмәке, алкоголь һәм аҙыҡ-түлек продукциялары урлау факты теркәлә. Оператив-эҙләү саралары барышында уғрыларҙың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарынан бәлиғ булмаған үҫмерҙәр булыуы асыҡлана.
Район эске эштәр бүлеге штабынан алынған мәғлүмәттәр буйынса И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.

Һәр яҡлап план үтәүгә өлгәшелгән
20 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ

Һәр яҡлап план үтәүгә өлгәшелгәнКүптән түгел район эске эштәр бүлеге бинаһында Рәсәй Федераль Суд приставтары хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының Ғафури район бүлегенең суд приставтары хеҙмәтенең уҙған йыл йомғаҡтарына арналған коллегия ултырышы үтте. Уның эшендә мировой судья Р.Р.Әхмәров, ЮХХДИ начальнигы Ж.Ә.Ғәйнуллин, УФСИН-дың өлкән инспекторы И.Ж.Сөләймәнов һәм Суд приставы хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Юридик ярҙам күрһәтелде
20 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ

Юридик ярҙам күрһәтелдеРайонда быға тик-лем дә бер нисә тапҡыр үткәрелгән бушлай юридик ярҙам күрһәтеү буйын-са сираттағы ҡабул итеү
14 мартта булды.

Ҡулланыусылар хоҡуғы һағында
20 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ

Ҡулланыусылар хоҡуғы һағында14 мартта "Башҡор-тостан Республикаһы гигиена һәм эпидемиология үҙәге”нең Стәрлетамаҡта урынлашҡан филиалының ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау бу-йынса юристконсульт Регина Фәттәхова район халҡына бушлай консультация үткәрҙе.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 58