“Элекке” милиционерҙар булмай
16 апреля 2014 йыл | Хоҡуҡ

Милиция ветерандары үҙҙәренең һөнәри мөхитендә һәр ваҡыт ҙур абруй булып торҙо. Уларҙың бай хеҙмәт һәм тормош тәжрибәһе личный состав өсөн өлгө булып ҡына тормай, ә хоҡуҡ тәртибен нығытыуға үҙ өлөшөн индереп, енәйәттәрҙе асыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә.
Мин 2002 йылда отставкаға сыҡтым. Ветерандар советы ағзаһы булараҡ, ветерандар – "элекке” хеҙмәттәштәрем менән осрашып торам. Һәр ҡайһыһы хаҡында йылы һүҙҙәр әйтергә, хеҙмәттәрендә, бүлек тормошонда булған күп кенә ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе һөйләргә булыр ине.
Бер ваҡыт Табын ауылында граждандар йыйынында булғанда, коллегам, ул ваҡытта енәйәтселәрҙе эҙләү бүлексәһе начальнигы Ф.Х.Шәмсубаров хаҡында: "Вәт, исмаһам, ысын милиционер! Ул енәйәтсегә трактор кеүек менеп бара!” – тигәндәрен ишеттем. Был һүҙҙәр йыш иҫкә төшә, ул милиция хеҙмәткәренең девизы, уға билдәләмә кеүек яңғырай. Мине, ул ваҡытта йәш кенә хеҙмәткәрҙе, үҙ бүлегем өсөн ғорурлыҡ тойғоһо биләп алғайны. Эйе, бүлекте тап Ф.Х.Шәмсубаров, Р.А.Резбаев, Н.Ә.Сатлыҡов, Ф.М.Мәүлетҡолов, Р.И.Янбаев, М.С.Ҡунафин, В.К.Афанасьев һ.б. кеүектәр тота ине лә инде.
Бөгөн мин бер ветераныбыҙ, элекке алыштырғы-һыҙ участка инспекторы, отставкалағы милиция майоры Ә.С.Йосопов хаҡында һөйләмәксемен. Уны, әлбиттә, "элеккеләр” иҫәбенә индерге лә килмәй. Әхмәт Сәйетгәрәй улы Игенселәр ауылында йәшәп, оҙаҡ йылдар участковый булып эшләне, был төбәктәге 15 ауылды хеҙмәтләндерҙе. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бары тик дәртләндереүҙәр генә. Ул 17 йыл отставкала булыуына ҡарамаҫтан, һаман да сафта, элеккесә ярҙамсыл һәм теүәл.
Бөгөнгө көндә был төбәктә Әхмәт Сәйетгәрәй улының эшен йәш полиция хеҙмәткәре Айҙар Тәлғәт улы Әмирханов дауам итә. Шулай бер саҡ, 2005 йылда (был ваҡытта Айҙар уҡыуҙа була), ауылда Дмитриевка ауылы кешеһенең өйөндә ҡыҫҡа көбәкле мылтыҡ һаҡлауы, улай ғына ла түгел, күршеһенә граната менән янауы хаҡында хәбәр тарала. Әхмәт Сәйетгәрәй улы оҙаҡ уйлап тормай, оператив төркөм саҡырта һәм үҙе лә унда бара. Уның тәүәккәл эш итеүе арҡаһында был әҙәм зарарһыҙландырыла. Хоҡуҡ боҙоусы яуапҡа тарттырыла, ә был күпме кешенең ғүмере һаҡлап ҡалынды, тигән һүҙ.
Бынан ике йыл самаһы элек, Ә.С.Йосопов Яңғыҙҡайында булғанында оло йәштәге ҡатындың хужалығынан тауыҡтарын урлауҙары хаҡында ишетеп ҡала. Бында ла "элекке участковый” эшләп йөрөүсе хеҙмәткәргә һылтанмай. Һәм тәжрибәле пенсионерҙың фаразлауҙары дөрөҫкә сығып, оҙаҡ та үтмәй тауыҡ ите яратыусы табылып, яуапҡа тарттырыла.
Бына шундай беҙҙең ветерандарыбыҙ, Аллаға шөкөр, улар бар.
Хөрмәтле ветерандарыбыҙ! Эске эштәр органдары ветерандары көнө айҡанлы район эске эштәр бүлеге етәкселеге һәм бүлектең ветерандар советы исеменән иң йылы ҡотлауҙарыбыҙҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙгә бәхет, сәләмәтлек һәм рухи күтәренкелек теләйбеҙ.
Хәлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА,
ветерандар советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы,отставкалағы милиция майоры.