Иғтибар: балалар!
27 августа 2014 йыл | Хоҡуҡ


20 августан 17 сентябргә тиклем «Иғтибар итегеҙ: балалар!» тигән профилактик сара уҙғарыла. Уны Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тәҡдиме менән рес-публика ЮХХДИ хеҙмәте иғлан итте.

Юлдарҙа балаларҙың имгәнеүенә юл ҡуймау –
сараның төп маҡсаты булып тора. Был сара сиктәрендә викториналар, дәрестәр, анкета, тест һорауҙарына яуап алыу ойоштороласаҡ, юлдарҙа рейдтар уҙасаҡ.