ПОЛИЦИЯ ХӘБӘР ИТӘ
17 сентября 2014 йыл | Хоҡуҡ

Малды бәрҙергән
20 августа медицина ярҙамы һорап Н. «Ашығыс ярҙам» бүлексәһенә мөрәжәғәт итә. Ул Табын ауылы янындағы автомобиль юлында автомашинаһында китеп барғанда аңғармаҫтан килеп сыҡҡан малды бәрҙерә. Һөҙөмтәлә, үҙе еңелсә тән йәрәхәттәре ала.
Эскелек менән мауыҡҡандар
20 августа Т. менән В.-ның хәмер менән мауығып, балаларын ҡарамауҙары хаҡында хәбәр алына. Уларға ҡарата административ протокол төҙөлә.
Ышанысҡа инеп аҡсаһына хужа булған
21 августа бер ҡатындың элекке бергә йәшәүсеһен яуапҡа тарттырыуҙы һорап яҙған ғаризаһы ҡабул ителә. Был ир уның ышанысына инеп законһыҙ рәүештә 350 мең һум аҡсаһына хужа булған. Тикшереү бара.
Аяғына мопед ауған
24 августа «Ашығыс ярҙам» бүлегендә аяғы йәрәхәтләнгән Р.-ға медицина ярҙамы күрһәтелә. Асыҡланыуынса, уның аяғына «Альфа» мопеды ауған булған.
Велосипед урлағандар
27 августа Красноусолдағы 1-се мәктәп урамынан "Скиф” маркалы (ҡыҙыл төҫтә) велосипед урлауҙары хаҡында хәбәр алына.
Аҙыҡ-түлегенә "айыу майы һөрткәндәр”
29 августа Г.-нан Д.-ның  уның өйөндәге аҙыҡ-түлеген урлауы хаҡында хәбәр алына. Был факт бу-йынса енәйәт эше асыла.
Еҙем ярҙарында ял "түләүле”
31 августа Ҡарағай ауылы янында Еҙем йылғаһы ярында ял иткән өсөн аҡса һорауҙары хаҡындағы факт теркәлә. Тикшереү барышында был участканың А. тарафынан ҡуртымға (аренда) алыныуы билдәле була.
Автомашина юлдан ситкә  "осҡан”
4 сентябрҙә Гагарин урамында юлдан ситкә ауған "ЗИЛ” автомашинаһы ятыуы хаҡында хәбәр алына. Автомашина хужаһының Ишембай районы Маҡар ауылы кешеһе булыуы асыҡлана,  әммә ул үҙе ваҡиға урынында булмай сыға. Зыян күреүселәр юҡ.
Эт тешләгән
5 сентябрҙә И.-нан уны күршеһенең эте тешләүе хаҡында хәбәр алына.
 
Район эске эштәр бүлегенән алынған мәғлүмәттәр буйынса И.ӘЛИБАЕВА
әҙерләне.