“Бурыслы” операцияһы бара
24 сентября 2014 йыл | Хоҡуҡ

Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре көн һайын хоҡуҡ боҙоусыларға штрафтарҙы үҙ ваҡытында түләү зарурлығын һәм түләү тәртибен аңлаталар. Штрафты мотлаҡ үҙ ваҡытында, Рәсәй Һаҡлыҡ банкы бүлексәләрендә түләргә кәрәк. Түләмәгән осраҡта законда ҡаралғанса, РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһының 1-се бүлегенә ярашлы, хоҡуҡ боҙоусы административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Ошоға ярашлы материалдар судҡа ебәрелеп, был иһә штрафтың ике тапҡырға артыуына килтерәсәк, йә булмаһа 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу янай. Штрафты туранан-тура суд ултырышы алдынан ғына түләү ҙә язанан ҡотҡармай.
Әле район биләмәһендә "Бурыслы” исеме аҫтында профилактик операция бара.16 сентябрҙә башланған был операция 26-һына тиклем дауам итәсәк. Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре уның барышында түләнмәгән штрафтарҙы тикшерҙе һәм бурыстарын түләргә ашыҡмағандарға РФ КоАП-ының 20.25-се статьяһы 1-се бүлегенә ярашлы административ материалдар әҙерләне.
Район эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре бурыслыларҙы махсус операциялар уҙғарғанда ғына түгел, ә даими асыҡлай. Шуға ла хоҡуҡ боҙоусыларға теләгебеҙ шул: үҙегеҙгә артыҡ проблема тыуҙырмаҫ өсөн штрафтарҙы үҙ ваҡытында һәм ирек-ле түләгеҙ.
Шулай уҡ административ ҡануниәтте башҡарыу буйынса инспекторҙарҙың бәйләнеш телефондарын да тәҡдим итәбеҙ:
ЮХХДИ йүнәлешендәге штрафтар бу-йынса: тел. 2-71-32, йәки мотлаҡ инспектор, полиция лейтенанты Айрат Марат улы Кинйәбаевҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, адресы: Красноусол, Калмыков урамы, 16/1, 1-се ҡат.
Башҡа төрлө административ штрафтар буйынса: өлкән инспектор, полиция капитаны Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы Садиҡоваға мөрәжәғәт итергә (адресы: Красноусол, Калмыков урамы, 16/1, 2-се ҡат, тел. 2-22-10).
Зөбәйҙә САДИҠОВА,
район эске эштәр бүлеге ДИАЗ-ы өлкән инспекторы, полиция капитаны.