ПОЛИЦИЯ ХӘБӘР ИТӘ
24 сентября 2014 йыл | Хоҡуҡ

Бесән янған
9 сентябрҙә Т.-ның хужалығында бесән яныуы хаҡында хәбәр алына. Урынға барып тикшереү ваҡытында янғындың күршеләренең петарда менән һаҡһыҙ эш итеүе арҡаһында сығыуы асыҡлана.
Автомашинанан әйбер урлағандар
12 сентябрҙә Ташлы ауылында йәшәүсе С.-нан автомашинаһы салонынан автомагнитолаһын, аҡсаһын, батарея аккумуляторын, запас тәгәрмәсен урлауҙары хаҡында хәбәр алына. Тикшереү барышында енәйәтселәр асыҡлана, урланған әйберҙәр тартып алына.
Автомашинаһын кемгә биргәнен иҫләмәгән
13 сентябрҙә "Дэу-Нексия” автомашинаһын урлауҙары хаҡында хәбәр алына. Тикшереү барышында автомашина хужабикәһенең асҡысын эскән хәлдә бер танышына биреп ебәреүе билдәле була.
Электр бағанаһын бәрҙергән
15 сентябрҙә Ҡауарҙы ауылында Г."ВАЗ-2112” автомашинаһында З.Вәлиди урамындағы электр бағанаһына барып бәрелә. Уға ҡарата административ протокол төҙөлә.

Район эске эштәр бүлеге мәғлүмәттәре буйынса
И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.