“Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы бара
24 декабря 2014 йыл | Хоҡуҡ

“Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы бараБалаларҙың ҡышҡы каникулы осоронда 2014 йылдың 22 декабренән 2015 йылдың 16 ғинуарына тиклем Ғафури районы биләмәһендә "Иғтибар: балалар!” профилактик сараһы уҙғарыла. Уның маҡсаты булып балалар ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау, уҡыусыларҙың Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуын иҫкәртеү тора.

Был профилактик сараны уҙғарыу йәһәтенән район Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы район мәғариф бүлеге менән берлектә план әҙерләне. Уны тормошҡа ашырыу барышында мәғариф учреждениеларында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙар уҙғарыласаҡ, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалауға йүнәлтелгән төрлө конкурс, викториналар ойоштороласаҡ.

Барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға хәүефһеҙ юлдар һәм бәхетле Яңы йыл теләйбеҙ!

Марат БАСИРОВ,

ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген

пропагандалау буйынса инспекторы,

полиция лейтенанты.