Полиция хәбәр итә
27 февраля 2013 йыл | Хоҡуҡ

(4-19 февраль)
Ирен үлтергән

4 февралдә фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты фельдшеры полицияға С.-ның үле кәүҙәһе табылыуы хаҡында хәбәр итә. Үлемдең сәбәбе – һул яҡ күкрәк ситлегендә, йәғни йөрәк тапҡырында бысаҡ менән йәрәхәттәр һалынған. Асыҡланыуынса, иргә йәрәхәттәрҙе ҡатыны һалған. Был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының 105-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү бара.
Наркотик матдә табылған
7 февралдә Т.-ның хужалығын тикшергәндә унда наркотик матдәләр (каннабис) төрөлгән 60 төргәк табыла. Енәйәт эше асылған. Тикшереү бара.
Бәлиғ булмаған балаға һыра һәм тәмәке һатҡан
8 февралдә Красноусолдағы бер магазин һатыусыһы Т.-ның бәлиғ булмаған балаға һыра һәм тәмәке һатыуы билдәле була. Һатыусыға ҡарата административ производство асылған.
Уғрылар асыҡланған
Февралдең 10 көнө (8-18) арауығында ҡаҙанлыҡтан торбалар, Красноусолда Т.-ның өйөнән "Самсунг” фотоаппаратын, Ф.-ның "Самсунг” кеҫә телефонын, С.-ның соланынан 6 килограмм һыйыр итен урлағандар. Ә П.-ның өй ишеген ватып инеп телевизорын урлап алып сығырға маташҡан әҙәм енәйәт урынында тотола. Уғрылар асыҡлана. Уларға ҡарата  РФ Енәйәт Кодексының 158-се статьяһы буйынса енәйәт эштәре асыла. Тикшереүҙәр бара.
Мунса янған
12 февралдә Д.-ның хужалығында янғын сығып, кирбестән төҙөлгән мунсаһы зыян күрә. Янғын сығыуға мейескә күп яғыу сәбәпсе булған.
Район эске эштәр бүлеге штабынан
алынған мәғлүмәттәр буйынса И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.