Юлдарҙа ғүмерҙәр ҡыйылмаһын
21 января 2015 йыл | Хоҡуҡ

ЮХХДИ начальнигы, полиция ма-йоры Жәлил Ғәйнуллин менән әңгәмәлә һүҙ районыбыҙ юлдарында күҙәтелгән киҫкен проблемалар хаҡында барҙы, шулай уҡ уҙған йылға йомғаҡ яһалды.
- Жәлил Әнүәр улы, башта уҙған 2014 йылда юл-транспорт ваҡиғаларын анализлап үтәйек әле…
- 2014 йылда бәлә-ҡазаға һәм үлемгә килтергән 47 юл-транспорт ваҡиғаһы булып, уларҙа 7 кешенең ғүмере өҙөлдө. 70 кеше төрлө кимәлдәге йәрәхәттәр алды һәм имгәнде.
Юл-транспорт һәләкәттәре осраҡтарын анализлағанда шундай һығымтаға киленә, эскән водителдәр ғәйебе менән килеп сыҡҡан фажиғәләрҙе иҫкәртеү йәһәтенән эсеп руль артына ултырыусыларға яза саралары ҡатылана барыуға ҡарамаҫтан, ошоға бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар кәмемәй. Беҙ юл фажиғәләрен булдырмау йәһәтенән эскән килеш транспортта йөрөүселәрҙе үҙ ваҡытында асыҡлап, туҡтатып ҡалырға тырышабыҙ. Үткән йыл эскән килеш рулгә идара иткән 372 водитель асыҡланды. Беҙҙең ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан йыл буйына 7391 юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары асылды, 6593-өнә административ яза (штрафтар) билдәләнде, 759 эш мировой судҡа ебәрелде, шуның 751-е буйынса суд ҡарарҙары (215 водителгә транспорт сараһына идара итеүгә хоҡуғын сикләүгә, 136-һын административ ҡулға алыуға, 400-енә административ штраф һалыуға) сығарылды.
- Тағы ла ниндәй ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау фажиғә менән тамамлана?
- Тиҙлек режимын арттырыу һәм ҡаршы хәрәкәт яғына сығыу.
Шуны әйтергә кәрәк, фажиғәле хәлдәргә килтереүсе ошондай ҡағиҙә боҙоуҙарға сикләү һәм тыйыу билдәләре булыуға ҡарамаҫтан, тиҙлекте арттырыу һәм ҡаршы яҡҡа сығыу менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙар кәмемәй. Хәрәкәт тиҙлеген арттырыуҙың – 3255, ҡаршы хәрәкәт яғына сығыуҙың 25 осрағы теркәлде.
- Беҙҙә ситтән килгән водителдәр араһында ҡағиҙә боҙоу, авария осраҡтары йышайыуы күҙәтелә…
- Эйе, ундай хәлдәр етерлек. Алда билдәләп үтелгән 47 юл-транспорт ваҡиғаһының 22-һе ситтән килгән водителдәр ғәйебе менән булды. 4 кешенең үлемендә, 28 кешенең төрлө кимәлдәге тән йәрәхәттәр алыуында, имгәнеүендә  шулай уҡ ситтән килгән водителдәр ғәйепле.
- Юлдарҙың насар торошта булыуы ла аварияға сәбәпсе булыуы билдәле. Тап ошо сәбәпле килеп сыҡҡан юл-транспорт ваҡиғалары хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Әлбиттә, юлдарҙың торошо ҙур әһәмиәткә эйә. Автомобиль юлдары торошо арҡаһында 12 юл-транспорт ваҡиғаһында 2 кешенең ғүмере ҡыйылһа, 15 кеше имгәнде. Хеҙмәткәрҙәр тарафынан уҙған йылда юлдарҙы күҙәтеү тәңгәлендә 884 саҡрым урам һәм автомобиль юлдары тикшерелеп, 196 вазифалы кешегә күрһәтмәләр бирелде, 5 административ материал судҡа ебәрелде.
- Белеүебеҙсә, ЮХХДИ автомобиль юлдарындағы транспортты, хоҡуҡ боҙоусы водителдәрҙе генә тикшереп ҡалмай, ә районыбыҙ автопредприятиеларында транспорт сараларын юлға сығыр алдынан тикшереүҙәр ҙә уҙғара. Улар ниндәй һөҙөмтә бирә?
- Уҙған йыл һуҙымында автопредприятиеларҙа юлға сығыр алдынан транспорт сараларын контроль тикшереүҙәр ойошторолоп, 6 етәксегә күрһәтмәләр бирелде, 22 вазифалы һәм юридик шәхескә штраф һалынды, 26 транспорт сараһын файҙаланыу ты-йылды. 16 предприятиела водителдәр менән әңгәмәләр уҙғарылды. Бындай тикшереүҙәр, әлбиттә, ыңғай һөҙөмтә бирә.
- Бынан тыш төрлө профилактик саралар ҙа ойоштороп тораһығыҙ.
- Эйе, уҙғарылған профилактик сараларҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Балаларҙың каникулдары мәлендә ғәҙәттә "Иғтибар, балалар!” операцияһы уҙғарыла. Ҡышҡы каникул осоронда үткәрелгән был операция мәлендә РФ КоАП-ының 12.23-сө статьяһы 3-сө бүлегенә ярашлы, балаларын махсус креслоһыҙ йөрөткән 17 водителгә штраф һалынды. Мәктәптәрҙә уҡыусылар менән әңгәмәләр уҙғарылды, видеофильм-дар күрһәтелде, ҡул эштәренә, һүрәттәр, иншалар конкурстары уҙғарылды. Был операция сиктәрендә шулай уҡ районыбыҙ мәктәптәрендәге автобустар (йәмғеһе – 21) тикшерелде. Барыһы ла төҙөк, талаптарға ярашлы булыуы асыҡланды.
- Ғәҙәттә яңы йылдан яңы закондар, яңы үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә.
- Эйе, юлдарҙа юл-транспорт ваҡиғаларына, фажиғәле хәлдәргә кәртә ҡуйыу йәһәтенән төрлө Закондар, ҡарарҙар, үҙгәрештәр үҙ көсөнә инә. 2015 йылдың 1 ғинуарынан Таможня союзы Комиссияһының ҡышҡы осорҙа (декабрь, ғинуар, февраль) транспорт сараһында ҡышҡы шиналарһыҙ йөрөү тыйылыуы хаҡындағы ҡарары ғәмәлгә инде. Был ҡарарҙы һанға һуҡмағандарға шулай уҡ штраф һалына.
Ә ағымдағы йылдың 1 июленән эскән килеш руль артына ултырырға йөрьәт иткән киҫекһеҙҙәргә уғата ҡаты яза ҡаралған закон үҙ көсөнә инәсәк.
- Әһәмиәтле һәм фәһемле әңгәмә өсөн һеҙгә рәхмәт. Юлдарҙа тәртип һәм именлек булдырыу эшендә арымай-талмай хеҙмәт итеүегеҙҙе теләп ҡалабыҙ.

Индира ИШКИНА әңгәмәләште.