ПОЛИЦИЯ ХӘБӘР ИТӘ
21 января 2015 йыл | Хоҡуҡ

(31 декабрь – 11 ғинуар)
Эскән килеш автомашинаны алып киткән
31 декабрь көндө М.-дан эскән хәлдәге ире уның атаһының автомашинаһына ултырып сығып китеүе хаҡында хәбәр алына. Юл-патруль хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре тарафынан автомашина туҡтатылып, был баш-баштаҡҡа ҡарата административ протокол төҙөлә.
Бер урында – документ, икенсеһендә ит ризыҡтарына "айыу майы һөрткәндәр”
1 ғинуарҙа Һабай ауылында А. үҙенең документтарын урлауҙары хаҡында хәбәр итә. Асыҡланыуынса, уғрының элекке өйҙәше булыуы билдәле була.
5 ғинуарҙа иһә Красноусол баҙарындағы ит павильонындағы келәттең тәҙрәһен алып инеп билдәһеҙ әҙәмдәрҙең ит ризыҡтарына "айыу майы һөртөү” факты теркәлә. Бының буйынса енәйәт эше асыла.
Ҡатыны ирен туҡмаған
3 ғинуарҙа Архангелка ауылында йәшәүсе С.-ға медицина ярҙамы күрһәтелә. Төрлө тән йәрәхәттәре һалынған был әҙәмде ҡатыны туҡмаған.
Башына балта төйҙәһе менән һуғыуҙан йән биргән
4 ғинуарҙа Игенйылға ауылында Н.-дың үлеүе хаҡында хәбәр алына. Тикшереүҙән асыҡланыуынса, Н.-дың өйөндә эскелек барышында А. менән Н. араһында талаш сыға. Ошо ваҡытта А. балта төйҙәһе менән Н.-дың башына һуға. Һәм зыян күреүсе алынған йәрәхәттән шундуҡ йән бирә, ә бынан һуң ҡыҙып алған А. ҡатынының арҡаһына балта менән һуға. Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.
"Үлгән” тигән ялған хәбәр ебәргән
8 ғинуарҙа полицияға Т. апаһының үлеүе хаҡында хәбәр итә. Был фактты урынға барып тикшергәндә, уның ялған хәбәр булыуы асыҡлана. Ә бына дөрөҫлөккә тап килмәгән хәбәр еткереүсе Т. иһә үҙе иҫерек хәлдә була. Был әҙәмгә ҡарата административ протокол төҙөлә.
Эсеп балаларын ҡарамаған
11 ғинуарҙа Ф.-нан ҡатынының эскелек менән мауығыуы һәм балаларын ҡарамауы хаҡында хәбәр алына.
Эске эштәр бүлеге штабынан алынған мәғлүмәттәр буйынса
И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.