Эскән килеш ҡабат руль артына ултырыу 1 июлдән енәйәт ҡылыуға тиң буласаҡ
25 февраля 2015 йыл | Хоҡуҡ

Саралар күрелеп тороуға ҡарамаҫтан, профилактика һәм эскән килеш транспорт сараһына идара итеүҙе тамырынан бөтөрөү факттары менән бәйле мәсьәләләр актуаль булып ҡала. Атап әйткәндә, 2014 йылда ҡайһы бер төбәктәрҙә эскән хәлдәге йәки медицина тикшереүенән баш тартҡан водителдәр ғәйебе менән килеп сыҡҡан юл-транспорт ваҡиғаларының 2013 йыл менән сағыштырғанда артыуы күҙәтелде. Ошоноң менән бәйле Дәүләт автоинспекцияларының төбәк подразделениеларына даими рәүештә водителдәрҙе эскәнлек билдәләренә "киңәйтелгән тикшереүҙәр” ойоштороу, уларға йәмәғәтселек вәкилдәрен дә йәлеп итеү һәм киң мәғлүмәт сараларында яҡтыртыу бурысы ҡуйыла.
Руль артына эсеп ултырыу проблемаһы, традицияға ярашлы, байрамдарҙа, оҙайлы Яңы йыл каникулдарында айырыуса киҫкен тора. Күп кенә водителдәр табындан һуң такси хеҙмәтенән йәки йәмәғәт транспортынан файҙаланаһы урынға үҙҙәренең һәм барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, руль артына ултырырға йөрьәт итә.
Бына, мәҫәлән, Яңы йыл байрамы көндәрендә, 2015 йылдың 1-11 ғинуар арауығында Рәсәйҙә эскән хәлдәге йәки эскәнлеге хаҡында медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан водителдәр ҡатнашлығында 242 юл-транспорт ваҡиғаһы булды. Уларҙа 22 кеше, шул иҫәптән 1 сабый һәләк булды һәм 341 кеше (араларында 25 бала) төрлө кимәлдәге ауыр имгәнеүҙәргә дусар булды.
Ошоноң менән бәйле, шуны билдәләп үтергә кәрәк, 2013 йылдың 1 сентябренән үк  эскән килеш автомобилгә идара иткән йәки эскәнлеге хаҡында медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан өсөн административ яза ҡәтғиләнгәйне – бындай водителдәргә 30 мең һум штраф һәм штраф менән бергә 1,5-тән 2 йылға тиклем транспорт сараһына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеү, ә ҡабатлап хоҡуҡ боҙған осраҡта 50 мең һум һәм 3 йылға "права”нан мәхрүм итеү ҡаралғайны.
2015 йылдың 1 июленән иһә эскән килеш ҡабатлап транспорт сараһына идара иткән, шулай уҡ медицина тикшереүенән баш тартҡан осраҡта ғәйепле водителгә административ түгел, ә енәйәт яуаплылығы янай. Был 2014 йылдың 31 декабрендәге 528 ФЗ һанлы "Рәсәй Федерацияһының айырым Закон акттарына юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн яуаплылыҡты көсәйтеү мәсьәләләренә үҙгәрештәр индереү хаҡында” Федераль Законда ҡаралған.
Әлеге Федераль закон РФ Енәйәт кодексын "Административ язаға тарттырылған кешенең юл хәрәкәте ҡағиҙәһен боҙоуы” тигән 264.1-се яңы статья менән тулыландыра. Яңы статьяла бығаса эскән килеш транспортҡа идара иткән йәки эскәнлеккә медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартҡан, йәиһә транспортҡа эскән килеш идара итеү менән бәйле хөкөм ителгән кешеләр ҡабатлап эсеп рулгә ултырһа, уларға ҡарата енәйәт яуаплылығы ҡарала. Был статьяла билдәләнгән иң ҙур санкция - өс йыл буйы транспорт сараларына идара итеү хоҡуғынан мәхрүм итеп, ике йылға иректән мәхрүм итеү.
Бынан тыш, эскән килеш транспортҡа идара иткән кеше тарафынан юл хәрәкәте һәм транспортты файҙаланыу ҡағиҙәләре боҙолоп, был хәл һаҡһыҙлыҡ менән кеше үлеменә, йәиһә ике йәки унан күберәк кешенең үлеменә килтергән өсөн язаның иң бәләкәй күләмен арттырыу ҙа ҡарала Федераль законда.
Дәүләт автоинспекцияһы водителдәрҙе закон сиген ашатламаҫҡа саҡыра, юғиһә "иҫерек сәфәр”ҙең аҙағы үкенесле тамамланыуы бар. Иҫерек водитель юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла: пассажирҙарға, йәйәүлеләргә, бүтән водителдәргә оло хәүеф булып тора. Эскәнһегеҙ икән, үҙегеҙгә руль артына ултырырға һис тә юл ҡуймағыҙ.
Дәүләт автоинспекцияһы йәнә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ла мөрәжәғәт итә: юлда үҙен тейешенсә тотмаған, автомобилгә эскән килеш идара иткән водителдәргә ҡарата, ғөмүмән, юлда эскелек проблемаһына битараф ҡалмағыҙ! ДАИ хеҙмәткәрҙәре иҫерек водителдәр хаҡында хәбәрҙәргә йоғонто яһауҙың барлыҡ кәрәкле оператив сараларын күрергә әҙер.
(БР ЮХХДИ-һының рәсми сайтынан).