Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы
30 марта 2015 йыл | Хоҡуҡ

Район мәҙәниәт һарайында "Шаяндар һәм тапҡырҙар" клубтарының республика ярым финалы булып үтте. ЮХХДИ идаралығы һәм Мәғариф министрлығы башланғысында ойошторолған "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” профилактик сараһы сиктәрендә уҙған был уйындар Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына арналды.
Сара Балалар ижады үҙәге тәрбиәләнеүселәре әҙерләгән сағыу тамаша менән башланып китте. Балалар юл хәрәкәтен көйләүсе инспекторҙы, автомобилдәр һәм йәйәүлеләрҙе һүрәтләне.
Һуңынан конкурстың беренсе шартына ярашлы, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Ишембай, Мәләүез ҡалалары һәм Күгәрсен, Ауырғазы, Федоровка, Стәрлебаш, Көйөргәҙе, Стәрлетамаҡ, Ғафури райондары командалары йор һүҙ, тапҡыр яуаптар аша үҙҙәре менән таныштырып үтте. Жюри ағзалары – ЮХХДИ идаралығының пропаганда буйынса етәксеһе урынбаҫары, полиция подполковнигы С.Р.Әсәнова, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе З.Р.Әхтәмова, йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире Л.З.Сәйғафарова, Ғафури районы буйынса ЭЭМ ЮХХДИ бүлексәһенән дәүләт инспекторы, полицияның өлкән лейтенанты А.М.Борханов һәр этаптан һуң мәрәйҙәрҙе һанап, йомғаҡ яһап барҙы.
Ярыш бик көсөргәнешле барҙы. Командалар етди әҙерләнгән, бер-береһенә оҡшамаған, үҙенсәлекле. Мәҫәлән, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты – үҙенең сағыу капитаны, көслө, матур тауышлы, дәртле Илнур Үлмәҫбаев менән айырылып торһа, Стәрлетамаҡ районынан килгән команда үҙендә төрлө милләт вәкилдәрен туплағайны – улар быға баҫым яһап үтте. Салауаттар, һәр ваҡыттағыса, үҙҙәренең сағыу, килешле кейемдәре менән айырылып торҙо.
Зал тулы тамашасылар ҙа һәр сығышты йылы ҡабул итеп, алҡышлап ултырҙылар. Юл хәүефһеҙлеген пропагандалау менән бер рәттән Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған был саранан һәр кем үҙе өсөн бары яҡты тәьҫораттар ғына алғандыр тип уйлайым.
Ярыш булғас, еңеүселәре лә, еңелеүселәре лә була. Шулай итеп, ҡала командалары араһында беренсе
урынға - Салауат, икенсе – Мәләүез, өсөнсө урынға Стәрлетамаҡ ҡалаһы сыға. Райондар араһында беренсе урында – Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, икенсе – Стәрлетамаҡ районы, өсөнсөлә - Көйөргәҙе районы вәкилдәре.
Призлы урындар алған командалар финал уйындарында көс һынашырға хоҡуҡ алды, ә ҡалған командаларға төрлө номинацияларҙа Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ғөмүмән, ЮХХДИ идаралығының пропаганда буйынса етәксеһе Светлана Риф ҡыҙы Әсәнова билдәләүенсә, "Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы” уйындары үҙенең 16 йыллыҡ тарихында, ойоштороу кимәле һәм ҡатнашыусылар составы буйынса быйыл яңы кимәлгә күтәрелде һәм йыл да ҡабатланған финал уйындарынан бер ҙә ҡалышмай. Шулай уҡ район командаларының ҡалаларҙыҡынан бер ҙә кәм булмауын белдерҙе.
Бынан алда булып үткән "Шаяндар һәм тапҡырҙар” клубының республика юмор лигаһында беренсе урынды яулаған КБГИ командаһына "Бала саҡтың хәүефһеҙ юлы” "Шаяндар һәм тапҡырҙар” клубының финал уйындарында ла юғары урын алыуын теләйек.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы,
полиция лейтенанты.