Прокуратура тикшереүҙәре
29 июля 2015 йыл | Хоҡуҡ

Янғын хәүефһеҙлеге ҡануниәте үтәлмәй
Ғафури район прокуратураһы тарафынан район биләмәһендә урынлашҡан сауҙа комплекс-тарында янғын хәүефһеҙлеге  хаҡында, терроризмға ҡаршы ҡануниәттәрҙе башҡарыу буйынса тикшереүҙәр уҙғарҙы.
Тикшереүҙәр шуны күрһәтте, 2006 йылдың 6 мартындағы  № 35-ФЗ (ред. 02.11.2013 й.) "Терроризмға ҡаршы тороу хаҡында” Федераль законының 3-сө статьяһы,  6-сы бүлеге, 1994 йылдың 21 декабрендәге № 69-ФЗ "Янғын хәүефһеҙлеге һағында" Федераль закондың 37-се статьяһы боҙолоп, Красноусол ауылының  Ленин урамы, 12 адресы буйынса урынлашҡан сауҙа комплексында байтаҡ  етешһеҙлектәр асыҡланды. Янғын сыҡҡан осраҡта кешеләрҙе эвакуациялау пландары, сарлаҡтарҙың ағас конструкцияларын уттан һаҡлауға эшкәртеү (һеңдереү) сифатын тикшереү акттары юҡ, булған автоматик (автоком) янғын һүндереү, автоматик янғын сигнализацияһы ҡоролмаларының, кешеләргә янғын хаҡында хәбәр итеү системаһы, янғын сигнализацияһы средстволары, янғынға ҡаршы ишектәр, янғынға ҡаршы һәм төтөн клапандарының эшләү-эшләмәүенә тикшереүҙәр уҙғарыу ойошторолмаған, сауҙа үҙәгенең бөтөн бинаһы буйынса фотолюминесцентлы эвакуация системалары уйланылмаған, биналар автоматик янғын сигнализацияһы һәм янғын хаҡында кешеләргә хәбәр итеү системаһы менән йыһазландырылмаған.
Сауҙа комплексының 4 шәхси милексеһе тарафынан ошондай етешһеҙлектәргә юл ҡуйылған.
Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса сауҙа комплексының шәхси милекселәренә ҡарата РФ КоАП-ының 20.4-се статьяһының 4-се бүлегендә ҡаралғанса, административ хоҡуҡ боҙоу хаҡында эштәр асылды. Быға ярашлы, 1 кешегә административ яза – 6000 һум күләмендә штраф, 3-әүһенә 15 мең һум штрафтар һалынды.
Сауҙа комплексы хужаларына ҡарата күрһәтмәләр сығарылып, ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Мәҙәни мираҫ тергеҙеүҙе һәм һаҡлауҙы талап итә
Ғафури район прокуратураһы тарафынан мәҙәни мираҫ объекты – Богоявленск баҡыр иретеү заводы комплексын һаҡлауға йүнәлтелгән ҡануниәтте үтәү буйынса тикшереү уҙғарылды.
Тикшереү ваҡытында  мәҙәни мираҫ объекты -   Богоявленск баҡыр иретеү заводы комплексының (завод идаралығы, икенсе ярҙамсы корпус) авария хәлендә булыуы  билдәләнде.
Был мәҙәни мираҫ объектын һаҡлау буйынса тейешле саралар күрелмәгән осраҡта уның  юҡҡа сығыуы ихтимал.
Тикшереү йомғаҡтары буйынса билдәһеҙ кешеләр мәнфәғәтендә "Красноусол быяла заводы” ЯСЙ-енең мәҙәни мираҫ объектын тергеҙеүҙе һәм һаҡлауҙы тәьмин итеү йәһәтенән саралар күреү талабы менән БР Өфө ҡалаһының Киров районы судына дәғүә ғаризаһы әҙерләп ебәрелде.
Прокурор талабы суд тарафынан ҡәнәғәтләндерелде. Суд ҡарары әлегә законлы көсөнә инмәне.
Район прокуратураһы.