Полиция хәбәр итә
30 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

(14-23 март)
Берәү – тауыҡ, икенсеһе – ботинка һәм аҙыҡ-түлеккә "айыу майы һөрткән”
14 мартта Ф.-ның хужалығынан 4 тауығын, 23 мартта М.-ның өйөнә инеп ирҙәр ботинкаһын һәм аҙыҡ-түлеген урлап алып сыҡҡандар. Уғрыларҙың тәүгеһе Н., икенсеһе Т. булыуы билдәле була. Был факттар буйынса енәйәт эше асыла.
Электр үткәргестең ҡыҫҡа тоташыуы янғын сәбәпсеһе
16 мартта В.-ның хужалығында янғын сығып, йорто көл-күмергә әйләнә. Утты һүндергән саҡта йорт хужабикәһенең мәйете табыла. Ә 17 мартта В.-ның һарайы янып китә. Икеһендә лә янғындың сәбәбе электр үткәргестең ҡыҫҡа тоташыуы.
Класташтары туҡмаған
18 мартта үҙәк район дауаханаһы шәфҡәт туташы тәне йәрәхәтләнгән бәлиғ булмаған Р.-ға медицина ярҙамы күрһәтә. Асыҡланыуынса, был ҡыҙҙы класташтары туҡмаған.
Район эске эштәр бүлеге штабы мәғлүмәттәре буйынса
И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.