Транспортҡа идара итеү кемгә тыйыла?
29 июня 2016 йыл | Хоҡуҡ

     Уның барышында транспорт сараһына идара итеүгә хоҡуғы булған өс кешенең наркотик матдәләрҙе ҡулланыусы булараҡ табип-наркологта иҫәптә тороуы асыҡланды.
     Табип тәғәйенләмәйенсә наркотик матдәләр ҡулланып транспорт сараһына идара иткән кеше юл хәрәкәте хәүефһеҙлегендә ҙур ҡурҡыныс тыуҙыра, юл-транспорт ваҡиғаһына һәм бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына, шулай уҡ мөлкәтенә зыян килтерергә мөмкин.
     Бынан тыш, ғәмәлдәге ҡануниәт бындай категория кешеләргә транспорт сараһына идара итеүҙе тыя.
Тикшереү һөҙөмтәһендә район прокуратураһы судҡа бындай кешеләрҙең транспорт сараһына идара итеү хоҡуғын ваҡытынан элек туҡтатыу хаҡында дәғүә ғаризаһы ебәрҙе. Ғаризалар ҡаралып, ҡәнәғәтләндерелде.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
3-сө класлы юрист.