Бүләккә - уҡыу кәрәк-яраҡтары
22 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Федераль суд приставтары хеҙмәте БР буйынса идаралығының Ғафури районы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре, йолаға ярашлы, яңы уҡыу йылы алдынан Табындағы балалар приютында булды.
Яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйылған балаларға уҡыу кәрәк-яраҡтары бүләк итеп, уларҙы һөйөндөрҙө.
Индира ИШКИНА.