Ваҡытында түлә!
29 сентября 2016 йыл | Хоҡуҡ, Хаттар

  Бурыслыларҙы асыҡлау буйынса эш махсус операциялар ваҡытында ғына түгел, ә даими алып барыла. Шуға күрә хоҡуҡ боҙоусыларға, үҙҙәренә артыҡ мәшәҡәт тыуҙырмай, штрафтарҙы ваҡытында һәм үҙ иректәре менән түләргә кәңәш итәбеҙ. Быны Рәсәй Һаҡлыҡ банкыһы бүлексәләрендә эшләргә була. Штрафтар үҙ ваҡытында түләнмәгән осраҡта административ яуаплылыҡ янай һәм материалдар судҡа ебәрелә. Ә был үҙ сиратында штрафтың 2 тапҡырға артыуына (1 мең һумдан да кәм түгел) йәки 15 тәүлек административ ҡулға алыу йәки 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп итеүгә килтерә. Суд алдынан ғына штрафтарҙы түләү яуаплылыҡтан ҡотҡармай.
Бәйләнеш өсөн административ ҡануниәтте башҡарыу инспекторҙары телефондарын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: ЮХХДИ йүнәлешендәге штрафтар буйынса 2-71-32 телефонына, йәки инспектор, полицияның өлкән лейтенанты Айрат Марат улы Кинйәбаевҡа мөрәжәғәт итергә адресы: Красноусол, Калмыков урамы, 16/1, 1-се ҡат).
Башҡа төр административ штрафтар буйынса 2-22-10 телефонына, йәки өлкән инспектор, полиция капитаны Зөбәйҙә Зыя ҡыҙы Садиҡоваға мөрәжәғәт итергә (адресы: Красноусол, Калмыков урамы, 16/1, 2-се ҡат).

Зөбәйҙә САДИҠОВА,
район эске эштәр бүлеге
ДИАЗ-ы өлкән инспекторы,
полиция капитаны.