Етемдәргә фатир тейешле
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуроры етем балаларҙың торлаҡҡа хоҡуғын яҡлап дәғүә ғаризаһы менән судҡа мөрәжәғәт итте. Ул район хакимиәтенән ата-әсәһе ҡарауынан мәхрүм ҡалған ике ҡыҙға фатир алып биреүҙе талап итте.
Судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итеүҙең төп сәбәбе булып прокуратура тикшереүҙәре торҙо.
Ғәмәлдәге закондарға ярашлы, үҙҙәренә теркәлмәгән торлаҡ йорттары булмаған етем балалар мәғариф учреждениеларында уҡыуҙарын тамамлағандан һуң фатир менән тәьмин ителергә тейешле.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙҙар 2011 йылда уҡ мәғариф учреждениеһын тамамлаһалар ҙа, уларға фатир бирелмәгән. Ошоноң менән бәйле район прокуратураһы судҡа дәғүә ғаризаһы менән мөрәжәғәт итте һәм тейешле талап ҡуйҙы. Суд ҡарауы барышында район прокуратураһының дәғүәһе тулыһынса ҡәнәғәтләндерелде.
Суд ҡарарының үтәлеше район прокуроры контроле аҫтында тотола.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.