“Балалар ризығы”н һатыу хаҡы көйләнде
22 февраля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуратураһы Аҡкүл ауылында дарыуҙар менән ваҡлап һатыу иткән "Спектр” ЯСЙ-һе дарыуханаһы пунктында "балалар ризығы”н һатыуҙа етешһеҙлектәр тапты.  
Ҡануниәткә ярашлы, балалар өсөн продукттарға һатыу өҫтәмәләре 25 процент тәшкил итергә тейеш. Әммә алда билдәләнгән дарыухана пунктында был продукттарға өҫтәмә 40 процентҡа барып баҫҡан.
Ошоға бәйле, район прокуратураһы йәмғиәт директорына ҡарата РФ КоАП-ының 14.6-сы статьяһы, 1-се бүлегенә ярашлы (хаҡтарҙы билдәләү тәртибен боҙоу), административ эш асты. Уны ҡарау һөҙөмтәһендә вазифа биләүсе административ яуапҡа тарттырылды. Бынан тыш, етешһеҙлеккә юл ҡуйғаны өсөн уның адресына күрһәтмә сығарылды.
Прокурор йоғонтоһонан һуң, хаҡтар ҡануниәткә ярашлы хәлгә килтерелде.
Илмир ИҘРИСОВ,
район прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.