Яҡтылыҡ сағылдырғыс һәләкәттән аралар
13 октября 2017 йыл | Хоҡуҡ, Һаулыҡ һаҡлау

Аварияларҙы анализлау шуны күрһәтә, көҙгө осорҙа юл-транспорт ваҡиғаларының күпселеге тиҙүк ҡараңғы төшөү һәм һауа торошоноң үҙгәреүенән хәрәкәт иткәндә күреү ауырлашыуынан килеп сыға.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәйәүлеләр, велосипедсылар, шулай уҡ юлдағы малдар йыш ҡына юл-транспорт ваҡиғаһына сәбәпсе була. Мәҫәлән, 25 сентябрҙә 22 сәғәт 30 минуттар тирәһендә Ерек – Сәйетбаба автомобиль юлында Мораҙ ауылынан бер оло кеше кейемендә яҡтылыҡ сағылдырғыс элементтарһыҙ (Юл хәрәкәте ҡағиҙәһенең 4.1-се пунктын боҙоу булып тора) хәрәкәт иткәндә "ВАЗ-2107” автомашинаһы аҫтында ҡала һәм алған йәрәхәттәрҙән ваҡиға урынында йән бирә. Автомашина водителе аңлатмаһынан күренеүенсә, ул ҡараңғылыҡта йәйәүлене күрмәгән, сөнки ҡаршыға икенсе автомашина килгән булған, өҫтәүенә, фараһы менән күҙен сағылдырған.  
Шуны билдәләргә кәрәк, йәйәүлеләр төндә яҡтылыҡ сағылдырғыс элементты ҡулланған осраҡта ул автомашина фараһының яҡын яҡтыһында 150 метрҙан ғына, ә фараның алыҫ яҡтыһында 400 метрҙан уҡ күренә.
Юл-транспорт эҙемтәһенә килтергән икенсе осраҡ - малды бәрҙереү. Тәүге осраҡтағы кеүек, быныһы ла ҡараңғыла, Красноусолдың урау юлында булды. Красноусол кешеһе Юл хәрәкәте ҡағиҙәһенең 25.4-се пунктын боҙоп, малын юл аша ҡыуып сығарғанда автомашина бәрҙерә. Был әҙәмдең Ҡағиҙәне һанға һуҡмауы һөҙөмтәһендә  малы һәм автомашина зыян күрҙе.
Шуға ла тәүлектең ҡараңғы ваҡытында һәм эңер төшкәндә, Юл хәрәкәте ҡағиҙәһенең 4.1-се пунктына һәм 24.10-сы (велосипедсылар өсөн) ярашлы хәрәкәт иткәндә, ә ауылдан ситкә сыҡҡанда йәйәүленең (велосипедсының) мотлаҡ  яҡтылыҡ сағылдырғыс элементы булыуы шарт һәм уны транспорт сараһы водителенең ныҡлы күреүен тәьмин итергә кәрәк.
Водитель транспорт сараһын билдәләнгән сикләүҙән артмаған тиҙлектә (ауыл урамында сәғәтенә 60 километр, башҡа юлдарҙа тиҙлек сәғәтенә 90 км-ҙан артмаҫҡа тейеш) йөрөтөргә тейеш.
Юл хәрәкәте ҡағиҙәһенең 1.5-се пунктында билдәләнгәнсә, барлыҡ юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар хәрәкәткә хәүеф тыуҙырмаҫҡа тейеш. Ҡағиҙәнең 1.3-сө пункты иһә беҙгә, водителдәргә, йәйәүлеләргә, велосипедсыларға, шулай уҡ мал ҡыуыусыларға һәм башҡаларға ҡағылышлы талаптарҙы белергә һәм үтәргә мәжбүр итә.
Юл хаталарҙы ғәфү итмәй!
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда
буйынса инспекторы.