Мал уғрыларға еңел табыш булмаһын
20 октября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Практика шуны күрһәтә, йылдың-йылы мал урлау осраҡтарының күпселеге майҙан октябргәсә күҙәтелә. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың 9 айында мал урлауҙың 9 осрағы теркәлде. Һәр береһендә иректә йөрөгән малдар юғалды.
Күп осраҡта шәхси мал хужаларының да, ауыл хужалығы предприятиелары етәкселеге яғынан да үҙ мөлкәттәрен һаҡлауға һалҡын ҡарашта булыуы күҙәтелә. Улар бер ни булмағандай малдарын көтөүгә ҡыумай, иреккә ебәрәләр ҙә, һуңынан эҙләп-эҙләп тә таба алмағас, ғариза менән полицияға мөрәжәғәт итә башлайҙар. Бында инде енәйәтте ҡыҙыу эҙҙәр буйлап асыуға ышаныс күпкә кәмей. Шуны әйтеп үтергә кәрәк, мал урлау – иң ауыр асылыусы енәйәт төрҙәренең береһе, нигеҙҙә иректә йөрөгән малдар уғрылар өсөн ҡулай ғына, ҡағиҙә булараҡ, улар төндә, шаһиттарһыҙ урлана. Енәйәтселәр урланған малды шундуҡ һуйып, итен йыш ҡына күрше райондарҙа һатырға тырыша. Хатта енәйәт асылған осраҡта ла малды хужаһына кире ҡайтарыу бик һирәк кенә мөмкин була.
Полиция хеҙмәткәрҙәре малдарҙы урлау осраҡтарын асыуға ғына түгел, ә енәйәттең ошондай төрөн профилактикалауға ла ҙур иғтибар бүлә. Шуныһы уйға һала, ҡайһы бер хужалыҡтар етәкселәрен мал башы һаҡланыуы ҡыҙыҡһындырмай. Малдар асыҡ, яҡтылығы булмаған ҡараңғы биналарҙа һәм ялан кәртәләрҙә аҫрала, унда бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ үтеп инергә мөмкин.  Ҡарауылсы ла йыш ҡына ышаныслы булмай сыға.
Вайымһыҙ хужалар граждандар араһында ла осрай. Шуға ла полиция хеҙмәткәрҙәре ауылдарҙа үткән сходтарҙа мал тотоусыларға уның теүәл булыуына контролде көсәйтеү хаҡында даими мөрәжәғәт итә. Бының өсөн һис юғы мал ҡураларын нығытырға кәрәк, уларҙың ҡапҡа-ишегенә бик ҡуйыу, эргәһенә эт бәйләү ҙә мөһим. Бөтөн малды ауыл хакимиәтендә иҫәпкә ҡуйыу, уларға келәймә һуғыу мотлаҡ. Һәм, әлбиттә, малды көткәндә ҡарауһыҙ ҡалдырмау.
Еңел табыш артынан ҡыуып, сит малды урлауға ҡулдары йүгеректәргә шуны иҫтәренә төшөрөп үтергә кәрәк, малды урлаған осраҡта РФ Енәйәт кодексының 158-се статьяһы язаның бер нисә төрө менән янай – 80 мең һумғаса штрафтан алып биш йылға тиклем иректән мәхрүм итеү. Бынан тыш, ҡануниәткә ярашлы, енәйәти юл менән табылған милекте алған өсөн дә енәйәт яуаплылығы  ҡаралған. РФ Енәйәт кодексының 175-се статьяһына ярашлы, урланған итте һатып алған өсөн дә ике йылғаса иректән мәхрүм итергә мөмкиндәр.
Граждандарға мөрәжәғәт итеп, ауылығыҙҙа, йәғни яҡын-тирәлә билдәһеҙ, шикле кешеләр йәки автомобилдәр күрә ҡалһағыҙ, һис кисекмәҫтән үҙ участка уполномоченныйығыҙға был хаҡта хәбәр итегеҙ, транспорт сараһының төҫөн, маркаһын, дәүләт номерҙарын иҫегеҙҙә ҡалдырырға тырышығыҙ. Халыҡтың ошондай ярҙамы полицияға мал уғрыларын тиҙерәк асыҡлап, уларҙың эҙенә төшөргә, енәйәтселәрҙе фаш итергә булышлыҡ итәсәк.
Айрат МИРХӘЙҘӘРОВ,
полиция начальнигының йәмәғәт
хәүефһеҙлеге буйынса урынбаҫары,
полиция подполковнигы.