Ҡырҡып алма, һатып ал
12 декабря 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ҡырҡып алма, һатып алОлолар ҙа, балалар ҙа көтөп алған ғаилә байрамы - Яңы йылға ла күп ҡалманы. Был байрамдың төп биҙәге – ул Яңы йыл шыршыһы.  Был һүҙ урмансылар өсөн бөтә төр ылыҫлы ағастарҙы, башлыса ҡарағай менән шыршыны аңлата.
Яңы йыл байрамы алдынан ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтары йышая. Ошоға бәйле Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының федераль урман һәм янғын күҙәтеүенең Стәрлетамаҡ район-ара территориаль бүлеге район халҡына түбәндәгеләрҙе иҫкәртә: Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге закондарына ярашлы, яңы йыл шыршыһын (йәш шыршы, ҡарағай, пихтаны) законһыҙ ҡырҡҡан өсөн енәйәт һәм админис-тратив яуаплылыҡ ҡаралған (РФ Енәйәт кодексының 260-сы статьяһы). Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың 8.28-се статьяһына  ярашлы, законһыҙ киҫелгән бер ағас өсөн штраф 3000 – 4000 һум, вазифалы кешеләргә – 20 меңдән 40 мең һумғаса, юридик берәмектәргә 200-ҙән 300 мең һумға тиклем тәшкил итә. Ағас урмандың айырыуса һаҡланыусы урындарында (тораҡ пункт биләмәһендә, йылға, автомобиль юлдары буйында) законһыҙ ҡырҡылған осраҡта, зыян суммаһы икеләтә арта. Законһыҙ ағас ҡырҡҡанда  механизмдар, автотранспорт саралары һәм башҡа техника ҡулланылһа, админис-тратив штраф күләме тағы арта.  Штрафтарҙан тыш, законһыҙ ағас киҫеүселәр урман фондына килтерелгән зыянды ҡаплатырға тейеш.
Зыян күләме 5 мең һумдан ашһа, был ғәмәл өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған.
Ылыҫлы йәш ағастарҙы законһыҙ киҫеүҙән һаҡлау маҡсатында районда ял һәм байрам көндәрендә патруллек итеү маршруттары һәм графигы эшләнде; 1 декабрҙән полиция һәм һалым инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә дежур итеү графигы билдәләнде; 10 декабрҙән йәш ағастарҙы ҡырҡыу ихтималлығы ҙур урындарҙа ЮХХДИ инспекторҙары менән берлектә дежурлыҡ башланды. Граждандар, шәхси эшҡыуарҙар һәм юридик берәмектәр, шул иҫәптән "Ғафури лесхозы” БР ДАУ-ы тарафынан шыршы һәм башҡа ылыҫлы ағастарҙы законлы әҙерләү һәм һатып алыу урындары ла тикшерелә.
Хөрмәтле райондаштар, матур байрамды боҙмайыҡ, яңы йыл шыршыларын махсус урындарҙа ғына һатып алайыҡ. Был ысул күпкә осһоҙораҡҡа төшәсәк.
Мансур АРЫҪЛАНОВ,
Башҡортостан Республикаһы өлкән
урман инспекторы урынбаҫары.