Конституция көнө менән!
22 декабря 2017 йыл | Хоҡуҡ

Конституция көнө менән!Хөрмәтле райондаштар!
1993 йылдың 24 декабрендә ҡабул ителгән яңы Конституция Башҡортостан дәүләтселеген нығытыуға, күп милләтле республика халҡының тиң хоҡуҡлы булып үҫешеүенә ҙур мөмкинлектәр асты. Яңы Конституция ҡабул ителеүе республика халҡы өсөн мөһим булған яңы закондар ҡабул итергә этәргес бирҙе. Ошо закондар, хоҡуҡи-норматив акттар ҡабул итеү һөҙөмтәһендә республикабыҙ иҡтисади йәһәттән генә түгел, рухи-мәҙәни өлкәлә лә үҫеш кисерҙе. Милли мәктәптәр, гимназиялар, филармония, театрҙар асылыуы шул хаҡта һөйләй. Рәсәйҙең башҡа төбәктәре, сит илдәр менән бәйләнештәрҙе нығытыу ҙа Конституция арҡылы булды.
Хөрмәтле яҡташтар!
Һеҙҙең барығыҙҙы ла Башҡортостан Конституцияһы көнө айҡанлы ҡайнар ҡотлайым. Ныҡлы һаулыҡ, аяҙ күк йөҙө, шатлыҡлы көндәр, ғаилә именлеге, аҡ бәхеттәр теләйем.
Рәмил БОХАРОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.