Законлылыҡ һәм хоҡуҡ һағында
12 января 2018 йыл | Хоҡуҡ

Законлылыҡ һәм хоҡуҡ һағында12 ғинуарҙа илебеҙ, шул иҫәптән районыбыҙ прокуратураһы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Петр I тарафынан раҫланған төп күҙәтеү ведомствоһы – дәүләттең ышаныслы ҡалҡаны булып торған прокуратура хеҙмәте ойошторолоуға – 296 йыл. Өс йөҙ йылға яҡын тарихы булған был хеҙмәт закон һәм хоҡуҡ тәртибе һағында тора. Ошо уңайҙан район прокуроры, юстиция советнигы Рөстәм РАЯНОВ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рөстәм Ринат улы, районда законлылыҡты тәьмин итеү йәһәтенән нимәләр эшләнде һәм эшләнәсәк?
-  Һәр йылдағыса, 2017 йылда ла районыбыҙ биләмәһендәге дәүләт һәм йәмғиәт өсөн актуаль булған өҫтөнлөклө йүнәлештәр буйынса айырыуса киҫкен проблемаларға иғтибар бүленде.
Закондар үтәлешен күҙәтеүҙе тәьмин иткәндә, кешенең һәм граждандың хоҡуғын һәм азатлығын яҡлағанда район прокуратураһы тарафынан прокурор йоғонтоһо саралары әүҙем ҡулланылып, уҙғарылған тикшереүҙәрҙең күпселеге закон боҙоусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу, шул иҫәптән РФ Енәйәти-процессуаль Кодекс талаптарына ярашлы енәйәти эҙәрлекләү кеүек мәсьәләләрҙе хәл итеү йәһәтенән материалдар асыу менән тамамланды.
Эш күләме кәмемәй
- 2016 йыл менән сағыштырғанда закон боҙоу осраҡтары күберәк булдымы, әллә әҙерәкме?
- Улар, әлбиттә, элеккеһенән кәм булманы. Бына, мәҫәлән, прокуратура тарафынан Федераль ҡануниәттең үтәлешен күҙәтеү өлкәһендә эшмәкәрлек буйынса йыл бу-йына закон боҙоуҙың 1159 осрағы асылды, законһыҙ хоҡуҡи акттарға ҡарата 159 протест белдерелде, 256 күрһәтмә бирелде, 899 мең һум дөйөм суммаға 220 дәғүә ебәрелде, прокурор тикшереүҙәре материалдары буйынса 73 кеше административ яуапҡа тарттырылып, дөйөм 1 млн. 185 мең һум суммаға штраф һалынды.
Дәүләт һәм муниципаль ихтыяж  өлкәһендә һатып алыуҙар буйынса ҡануниәтте боҙоуға юл ҡуйған 8 кеше административ яуапҡа тарттырылды, ҡырағай киндер үҫентеләрен сабыуҙы ойоштормаған 5 ауыл биләмәһе башлығына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу буйынса эш асылды, подъездарҙы йыйыштырыуҙы ойоштормаған идарасы компания директоры административ яуапҡа тарттырылды, контроллек итеүсе органдар эшен тикшергәндә ҡануниәтте боҙоу факттары
буйынса, граждандарҙың мөрәжәғәттәре һәм хеҙмәт ҡануниәттәрен, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә, белем биреү учреждениеларына яҡын урында тәмәке продукцияһы һатҡан өсөн административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса эштәр асылды.
Коррупцияға ҡаршы көрәш өлкәһендә айырыуса әүҙем эшләнек. Был йүнәлеш буйынса 66 закон боҙоу осрағы асылып, 14 күрһәтмә бирелде, 44 протест белдерелде,  коррупцион факторҙы үҙ эсенә алған 33 норматив хоҡуҡи акт асылды.
Прокуратура хеҙмәткәрҙәре тарафынан уҙғарылған тикшереүҙәр һөҙөмтәләре буйынса районыбыҙҙың ауыл биләмәләре хакимиәттәре эшмәкәрлегендә килемдәр хаҡында справкалар биргәндә талаптарҙың боҙолоу осраҡтары асылды. Шулай уҡ муниципаль хеҙмәткә эшкә кергәндә документтарҙы тейешенсә тапшырмау факттары асыҡланды.
Район прокуратураһы күрһәтмәләре буйынса 2 ауыл биләмәһе депутаты коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған өсөн үҙ вазифаһынан бушатылды, бер вазифалы кеше, прокурор йоғонтоһо акты ҡаралғандан һуң, үҙ теләге менән вазифаһын ҡалдырҙы.
Экстремистик эшмәкәрлеккә һәм терроризмға ҡаршы 71 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлеп, 12 күрһәтмә бирелде, судҡа 37 дәғүә ебәрелде, сайттарҙы ябыу өсөн Роскомкүҙәтеүгә 18 мәғлүмәт ебәрелеп, бер кеше административ яуап тотто. Был йәһәттән белем биреү ойошмаларында видеокүҙәтеү системаһының булмау факты буйынса прокурор йоғонтоһо акты ҡулланылды.
Район прокуратураһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау  өлкәһендәге эште лә контролдә тота: ҡануниәтте боҙоуҙың 36 осрағы асылды, 8 күрһәтмә бирелде, судҡа 120 мең һумлыҡ суммаға 6 дәғүә ебәрелде, 11 кеше админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Был өлкәлә иһә законһыҙ рәүештә, тейешле лицензияһы булмайынса ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығарған урындағы ойошмаға 800 мең һум күләмендә штраф һалынды.
Бәлиғ булмағандарҙың хоҡуғын һәм мәнфәғәтен яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте боҙоуҙың 265 осрағы теркәлде, судҡа 55 дәғүә ебәрелде, 63 күрһәтмә бирелде, улар буйынса 72 кеше - дисциплинар, 2 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Тикшереү һәм тәүтикшереү күҙәтеүе өлкәһендә 601 хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлде, енәйәти-процессуаль ҡануниәтте боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында 69 талап ебәрелде, 15 күрһәтмә бирелде, 68 кеше дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Граждандарҙың мөрәжәғәттәрен ҡарау тәртибен боҙоу факты буйынса – 4, эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтары боҙолоу осрағы буйынса 3 вазифа биләүсе кеше админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылды.
Быларҙан тыш, йыл һуҙымында 260 енәйәт эше буйынса дәүләт ғәйепләүе яҡланды, шуның 37-һе ауыр һәм уғата ауыр енәйәттәр буйынса.
Һәр кемдең прокуратураға мөрәжәғәт итеүгә хоҡуғы бар
- Прокуратураға мөрәжәғәт итеүҙәрҙе ҡарағанда ялыуҙар буйынса уҙған йылдарҙағы менән сағыштырғанда үҙгәрештәр булдымы?
- Район прокуратураһына мөрәжәғәт итеүсе граждандар һаны кәмемәй, был халыҡтың ышанысы юғары кимәлдә булыуын раҫлай. 2017 йылда прокуратура тарафынан барлығы 403 мөрәжәғәт ҡабул ителде.
- 2018 йылға пландарығыҙ хаҡында ла әйтеп үтмәҫһегеҙме?
- 2018 йылдың тәүге яртыһында ра-йон прокуратураһы банкротлыҡ ("Родина” агрофирмаһы, "Сельэнерго”, "Аҡкүл”, "Ағиҙел” предприятиелары) тураһында ҡануниәтте үтәү йәһәтенән, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегендәге хоҡуҡтарҙы яҡлау хаҡында, һалым, енәйәти-башҡарыу ҡануниәттәре, миграция өлкәләрендә, коррупцияға ҡаршы, эш хаҡын, пенсия, пособиеларҙы үҙ ваҡытында түләү өлкәләрендә, енәйәт юлы менән алынған килемде легалләштереү, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау өлкәһендә тикшереүҙәр уҙғарыуҙы планлаштыра.
Һөнәри байрамды -
яҡшы кәйефтә
- Һөнәри байрамда коллективығыҙҙа һәйбәт яңылыҡтар ҙа барҙыр?
- Коллективҡа килгәндә, ул ҙур булмаһа ла, эшлекле, барлығы 6 кешебеҙ. Прокурор, прокурор урынбаҫары, ике прокурор ярҙамсыһы, белгес һәм водитель.
Прокурор ярҙамсыһы – граждандарҙы социаль йәһәттән яҡлау өлкәһенә яуаплы булған Илмир Иҙрисов былтыр ноябрҙә Генераль прокуратураһы академияһының Ҡазан филиалында ике айлыҡ квалификация күтәреү курстарын уңышлы үтеп, сертификат алып ҡайтты. Уның өсөн уҙған йыл айырыуса уңышлы үтте, тип әйтергә мөмкин, II класлы юрист булараҡ, 3 декабрь - Юристар көнөндә республиканың Баш прокуроры тарафынан Рәхмәт хаты менән дә бүләкләнде.  
Шулай уҡ һөнәри байрамыбыҙ көнөндә хөрмәтле ветерандарыбыҙ, райондың элекке прокурорҙары Юнер Ғәли улы Фәхретдинов менән Рәиф Салауат улы Ғарифуллинды айырым билдәләп үтергә кәрәк. Быйыл 75 йәшлек олпат юбилейын билдәләйәсәк Юнер Фәхретдиновты байрам уңайынан I Дәрәжә "Законға тоғролоҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйәсәктәр.
Форсаттан файҙаланып, коллегаларҙың, ветерандарыбыҙҙың барыһын да һөнәри байрам – Прокуратура хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Ныҡлыҡ, һаулыҡ, шәхси тормоштарында бәхет һәм хеҙмәт уңыштары теләйем!
- Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!
Индира ИШКИНА әңгәмәләште.