Талаптар ҡатылана
02 февраля 2018 йыл | Хоҡуҡ

БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары "Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында Башҡортостан Республикаһы Кодексына өҫтәмәләр һәм үҙгәрештәр индереү тураһында” Закон ҡабул итте.
Ошо законға ярашлы, бәлиғ булмағандар эше һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссияның ҡарарҙарын, талаптарын үтәү срогын боҙған, йәки бөтөнләй үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡатылана. Закон боҙоусы граждандарға ҡарата бер меңдән ике мең һумға, вазифа биләүселәргә ике меңдән өс мең һумға, юридик шәхестәргә биш меңдән ете мең һумға тиклем штраф һалыу ҡарала. Был өлкәлә талаптарҙың ҡатыланыуы закон боҙоусыларҙы кәметер, тип иҫәпләй парламентарийҙар.