Йәш рәссамдар бүләкләнде
02 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Йәш рәссамдар бүләкләнде 
Ғафури район-ара суды февраль айы буйына барып, Ғаилә йылына һәм Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған балалар һүрәттәре конкурсына йомғаҡ яһаны. Уның маҡсаты булып,  үҫеп килгән йәш быуында хәрбиҙәргә хөрмәт менән ҡарау, патриотлыҡ рухын һәм Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, шулай уҡ һәр кемдең тормошонда ғаиләнең мөһимлеген күрһәтеү торҙо.
Конкурста районы-быҙ мәктәптәре уҡыусылары ҡатнашты. Эштәр ике: "Минең ғаиләм” һәм "Ватанды һаҡлаусылар көнө” номинацияларында баһаланды. Тәҡдим ителгән уғата күп эштәр араһынан баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе һайлап алыуы бик ауырға төштө, сөнки һәр ҡайһыһында был темалар тулыһынса яҡтыртылған, шулай уҡ оригиналлеге менән айрыла ине.
Тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса еңеүселәр түбәндәгесә билдәләнде:
"Минең ғаиләм” номинацияһында Гөлсинә Закирова (Красноусолдағы 2-се мәктәп) – 1-се, Аделина Шаймарҙанова (3-сө мәктәп) менән Дмитрий Васинькин (Аҡкүл мәктәбе) – 2-се, Илүс Ғафаров (3-сө мәктәп) менән Динислам Ямалиев (Үзбәк мәктәбе) 3-сө урындар яуланы.
"Ватанды һаҡлаусылар көнө” номи-нацияһында Эмиль Хажимөхәмәтовҡа (3-сө мәктәп) – 1-се, Радмир Әминов (Имәндәш мәктәбе) менән Радмир Кузнецовҡа (2-се мәктәп) – 2-се, Софья Хисаметдинова (Имәндәш мәктәбе) менән Ислан Дәүләтбаевҡа (Ҡауарҙы мәктәбе) 3-сө урындар бирелде.
Суд рәйесе Р.Р.Камалов балаларға ҡыҙыҡлы ижади эштәре өсөн рәхмәт әйтте, йәш рәссамдарға артабан да уңыштар теләне һәм ҡатнашыусыларға Маҡтау грамоталары, еңеүселәргә иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы.
Конкурсҡа килгән барлыҡ эштәр ҙә Ғафури район-ара судының рәсми сайтында һәм бинаһында урын алды.
Ғафури район-ара судының мәғлүмәт хеҙмәте.