“Ғәйепһеҙҙе яҡларға һәр ваҡыт әҙермен”
02 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ

1998-2003 йылдарҙа Ғафури районы прокуроры вазифаһын башҡарған Рәиф Салауат улы Ғарифуллин күптән түгел үҙенең алтмышынсы ғүмер байрамын билдәләне.
Р.Ғарифуллин Борай районында тыуып үҫә. Ҡулына диплом алған юғары белемле йәш белгес йүнәлтмә буйынса Бүздәк районына эшкә ебәрелә, тәүге хеҙмәт юлы тап ошонда башлана.  Артабан уны Ғафури районына прокурор ярҙамсыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ошонда үҙенең икенсе яртыһын да  - Еҙем-Ҡаран ауылы һылыуы Фәйруза Ҡаһарманованы осрата. Күп тә үтмәй, яҙмыштарын бер бөтөн итергә уйлаған йәштәр гөрләтеп туй үткәреп,  бергә йәшәй башлай. Рәиф Салауат улын йәнә икенсе урынға тәғәйенләү көтә – Ҡариҙел районына күсерәләр. Тап бында эшләгән йылдарында Ғарифуллиндарҙың ҡыҙҙары Лиана донъяға килә. Хәҙер инде ул БР Юғары суды судьяһы ярҙамсыһы булып эшләп йөрөй. 1988 йылда Р.С.Ғарифуллин Балтас ра-йонына прокурор итеп эшкә ебәрелә,  улдары Эльдар бында тыуа. Былтыр ул Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлап, хеҙмәт юлын нефть сәнәғәтендә башлаған.
1998 йылда Ғарифул-линдарға ҡайтанан районға әйләнеп ҡайтырға насип була. Рәиф Салауат улы – прокурор вазифаһын биләй, ә ҡатыны быға тиклем финанс органдарында эшләгән Фәйруза Зиннур ҡыҙы Красноусол балалар шифаханаһына урынлаша.
2003 йылда пенсияға сыҡҡандан һуң, Р.С.Ғарифуллин БР Адвокаттар коллегияһына эшкә килә һәм әлегәсә унда хеҙмәт итә. Граждандарҙың конституцион хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәтен күҙәтеү өсөн һәр яҡлап белемле, киң ҡарашлы, ғәҙел һәм намыҫлы булырға кәрәк. Рәиф Салауат улы иһә бынан күп йылдар элек яратҡан һөнәрен һайлағанда уҡ үҙенә ныҡлы ҡағиҙә булдыра, намыҫыңа, эске торошоңа хыянат итмәҫкә һәм һәр эште законға ярашлы башҡарырға. Хеҙмәттәштәре лә уны принципаль, яуаплы тип белә.
Прокурор Ғарифуллин тормошон башкөллө эшкә генә бағышлап ҡалмай, ғаиләһен дә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмай. Уны өйҙә хәстәрлекле ҡатыны, яратҡан балалары көтә.
- Рәиф Салауат улы беҙгә һәр ваҡыт иғтибарлы булды. Беҙ уның ныҡлы терәген-таянысын тойоп йәшәйбеҙ,- ти Фәйруза Зиннур ҡыҙы тормош иптәше хаҡында.
Ғарифуллиндар эштәре күп булыуға ҡарамаҫтан,  шәхси хужалыҡтарында мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап йәшәй. Әле лә бер нисә баш йәш малдары, тауыҡтары, бал ҡорттары ла бар. Йәйгеһен баҡса сәсеп, йәшелсә-емештән мул уңыш үҫтереп алалар. Ғөмүмән, ысын хужаларға хас булғанса, хеҙмәттән йәм дә, ғәм дә табып ғүмер кисерәләр.
Юбилейығыҙ мөбәрәк булһын! Иҫәнлек-һаулыҡ, күңел көрлөгө һеҙгә!
И.ӘЛИБАЕВА.