Законһыҙ мышы атҡан
07 марта 2018 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури районы прокуратураһы Имәндәш ауылынан 56 йәшлек иргә ҡарата енәйәт эше буйынса ғәйепләү актын раҫланы.
Ул РФ Енәйәт Кодексының 258-се статьяһы 1-се бүлегенең "а” пунктында ҡаралғанса, енәйәт ҡылыуҙа ғәйепләнә.
Асыҡланыуынса, былтыр ноябрҙә был ир Имәндәш ауылы янындағы урманға законһыҙ һунарға сыға. "ИЖ” һунар мылтығынан ике мышы атып алып, уларҙы бүлгеләп тоҡтарға тултыра. Иртәгәһенә дуҫының автомашинаһында итте килеп ала. Ошонда ул  ҡалған ит менән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулына эләгә. Һөҙөмтәлә, был әҙәм законһыҙ ҡылығы менән йәнлектәр донъяһына 320 мең һумлыҡ зыян килтерә. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен тулыһынса таныны һәм килтерелгән зыянды ҡаплатты.
Енәйәт эше мировой судья ҡарамағына ебәрелде.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
Ғафури районы прокуроры ярҙамсыһы,
2-се класлы юрист.