Полиция хәбәр итә
10 апреля 2018 йыл | Хоҡуҡ

12 мартта Красноусолда Ҡыҙылъяр урамында йәшәүсе С. өйөнән спиртлы продукция һатыуҙа ғәйепләнә.
13 мартта Антоновка ауылында йәшәүсе А.-нан "ВАЗ-2107” автомашинаһына ут төртөүҙәре хаҡында хәбәр алына.
15 мартта район үҙәге кешеһе эске эштәр бүлегенә күршеһенең наркотик етештереүе хаҡында хәбәр итә. Был адрес бу-йынса тикшереү һөҙөмтәһе шуны күрһәтә, ысынлап та, М.-ның үҙ хужалығында наркотик матдәләр етештергәнлеге асыҡлана.
Ошо уҡ көндө С. хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Уның микрокредит ойошмаһынан аласаҡ аҡсаһына алдаҡ юл менән хужа булған билдәһеҙ әҙәмде яуапҡа тарттырыуҙарында ярҙам һорай.
Шул уҡ көндә М.-дың хужалығынан һыйыр ите урлау факты теркәлә. Асыҡланыуынса, итте зыян күреүсенең хужалығындағы вагонсыҡҡа инеп  Игенйылға ауылынан Т. сәлдергән булған. Ошондай уҡ урлашыу осрағы Ҡурғашлы
ауылында ла була. В.-ның өй ишеге биген ватып инеп ҡоҙаһы 5 кило шәкәренә "айыу майы һөрткән”. Бығаса зыян күреүсенең 3 кг шәкәре юҡҡа сыҡҡан булған.
Ошо уҡ ауыл кешеһе М.-дың өйөнән көмөшкә һатыу факты асыла.
15 мартта Красноусолдағы К. Маркс урамында урынлашҡан магазин янында спиртлы продукция тейәлгән ике автомашина ултырыуы хаҡында хәбәр алына.
18 мартта сабыйын өйҙә яңғыҙын ҡарауһыҙ ҡалдырған, йәғни әсәлек бурысына яуапһыҙ ҡараған ҡатынға 5.35-се статья бу-йынса административ протокол төҙөлә.  
20 мартта Аҡкүл ауылында автосервистан автомобилде урлап алып китеү факты теркәлә. Енәйәт ҡылыусы әҙәм ҡулға алына.
23 мартта Үзбәк ауы-лында ырҙын табағы янында автомобиль менән егеүле ат ҡатнашлығында юл-транспорт ваҡиғаһы була.
24 мартта  үҙәк район
дауаханаһында пациент дүртенсе ҡаттағы тәҙрәнән һикерергә маташҡан.
26 мартта магазин ишеген ҙур оҫталыҡ менән ватып инеп, тәмәке, алкоголь һәм аҙыҡ-түлек продукциялары урлау факты теркәлә. Оператив-эҙләү саралары барышында уғрыларҙың Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарынан бәлиғ булмаған үҫмерҙәр булыуы асыҡлана.
Район эске эштәр бүлеге штабынан алынған мәғлүмәттәр буйынса И.ӘЛИБАЕВА әҙерләне.