Тамаҡ - тамуҡҡа илтә
27 июля 2018 йыл | Хоҡуҡ

 

Тамаҡ - тамуҡҡа илтә

Магазинға икмәккә барып килде: Башҡортостанда 15 йәшлек үҫмер автомобилде кюветҡа ауҙарған, уның 17 йәшлек пассажиры һәләк булған


Уҙған кис Туймазы районының Үрге Троицк ауылында ҡот осҡос фажиғә булған. Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, водитель таныҡлығы булмаған 15 йәшлек үҫмер ВАЗ-2114 автомобиленә ултырып, транспортты кюветҡа ауҙарған. Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә водитель зыян күрмәгән, уның 17 йәшлек пассажиры алған йәрәхәттәрҙән урында һәләк булған.

Шаһиттар һөйләүенсә, үҫмер магазинға икмәккә барыр өсөн автомобилде һорауһыҙ алып киткән.