Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктер Ғүмереңде һаҡла!
29 июня 2013 йыл | Хоҡуҡ

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса баш идаралығы "Хәүефһеҙ хәрәкәт” йәмәғәт ойошмаһы менән берлектә "Хәүефһеҙлек ҡайышын эләктер” тигән социаль кампания уҙғара.
Был кампанияға ҡушылып, Ғафури районы Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы уҡыусылар, йәйге ял лагерҙарында ял итеүсе балалар араһында  әңгәмәләр, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҡағылышлы конкурс-викториналар, видеороликтар ҡарауҙы ойоштора, юл хәрәкәте йәш инспекторҙарының Үҙәк ра-йон дауаханаһы пациенттары менән осрашыуҙар, консультациялар үткәрә.
Район ЮХХДИ бүлексәһе водитель һәм пассажирҙарҙы юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә һәм хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктереп йөрөргә саҡыра. Әлбиттә, автомобилдә хәүефһеҙлек ҡайышын ҡулланмау өсөн әллә күпме сәбәптәр табырға мөмкин, әммә уларҙың һәр ҡайһыһы Һеҙҙең өсөн һуңғыһы булыуы ихтимал.
Ни өсөн кешеләр хәүефһеҙлек ҡайышы менән файҙаланмай:
Йәнәһе:
- Авария була ҡалһа, мин иҫән ҡаласаҡмын – автомашина эсендә ҡалғансы унан ситкә сығып осоу яҡшыраҡ.
-  Мин һәр ваҡыт яҡын араға һәм яй ғына йөрөйөм.
- Миңә улай уңайһыҙ.
- Мин артҡы урындыҡта ултырам, шуға ла ҡайышты эләктермәһәм дә була.
Ысынбарлыҡта:
- Водитель һәм пассажирҙарҙың 75 проценты автомашиналар бәрелешкәндә унан осоп сығып һәләк булғандар.
- Күпселек юл-транспорт ваҡиғалары өйҙән 10 саҡрым радиуста була.
Хәүефһеҙлек ҡайышы –
бәрелеш ваҡытында автомашина салонындағы пассажирҙы урындыҡта ултырған килеш һаҡлап, бәрелеү хәүефен кәметә.
Юл-транспорт ваҡиғаһында, ул сәғәтенә 50 км тиҙлегендә булһа ла, пассажир ауырлығы 20 тапҡырға арта. Был хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәгәндәр өсөн үлемесле булырға мөмкин! Хәүефһеҙлек ҡайышы менән файҙаланып, Һеҙгә аварияла иҫән ҡалыу ихтималлығын арттырасаҡһығыҙ.
Балалар өсөн махсус эләктереү ҡулайламалары уның автомашина эсендә хәүефһеҙлеген гарантиялай һәм авария була ҡалһа, имгәнеү ихтималлығын иҫкәртә.
Балаларҙы махсус эләктереү ҡулайламаһы булыуы юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә яңы тыуған сабыйҙарҙың – 71, 2 йәштән өлкәнерәк балаларҙың 54 процентҡа үлем осраҡтарын кәметә.
Альберт БОРХАНОВ,
район ЮХХДИ-һы бүлексәһенең дәүләт инспекторы.