Малдарҙы уғрыларҙан һаҡлайыҡ
10 августа 2013 йыл | Хоҡуҡ

Район биләмәһендә эре малдарҙың күпләп юғала башлауы күптәрҙе борсоуға һала. Мал юғалған осраҡта күп ваҡыт кешеләрҙең үҙ малына битарафлығы, уны көтөүгә йөрөтмәүе, хатта һыйыр йәки атының аҙналар буйы ҡайҙа йөрөгәнен дә белмәүе төп сәбәпсе булып тора. Күп ауылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙағы малдарҙы көтөү тейешенсә ойошторолмай, ә инде йылҡы малын көтөү тигән нәмә бөтөнләй юҡ. Райондағы бөтә йылҡы малы ҡайҙа теләй, шунда йөрөй.
Полиция хеҙмәт-кәрҙәре ауылдарҙа мал урлау осраҡта-рын иҫкәртеү, кешеләрҙең үҙ малын һаҡлауын тәьмин итеү маҡсатында әленән-әле ауылдарға сығып, тикшереүҙәр үткәрә. Бына ошондай тикшереүҙәр ваҡытында күп ауылдарҙа берәҙәк малдарҙың көнө-төнө ялан, баҫыу, урман гиҙеүен күрәһең. Ә был кеше малын урлап кеҫә ҡалынайтыусыларға ҡулай ғына, шуға ла ҡарауһыҙ йөрөгән малдың юғалыуына аптырайһы түгел. Мәҫәлән, 2012 йылдың ошо осорона мал урлауҙың 3 осрағы теркәлгән булһа, быйыл 7 айҙа йәнә өс баш мал урланған. Ҡағиҙә булараҡ, юғалған малдарҙың береһе көтөүгә ҡыуылмаған, ҡарауһыҙ йөрөгән.
Мал урлау осраҡтары көҙгө айҙарҙа бигерәк тә йышая. Ауылда күп ғаиләләр өсөн мал-тыуар төп килем сығанағы икәнлеген аңлайбыҙ. Шуға ла мал аҫраған бөтә граждандарға: "Малығыҙҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ!” – тип мөрәжәғәт итәбеҙ.
Һәр кем үҙ мөлкәтен, был осраҡта үҙенең малын һаҡлауға яуаплы ҡараһын, уғрыларҙан уяу булһын ине.
Рәмил РӘХМӘТУЛЛИН,
район эске эштәр бүлегенең тикшереү бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы.