“Иғтибар, балалар!”
31 августа 2013 йыл | Хоҡуҡ

Балаларҙың йәйге каникулы тамамланып, яңы уҡыу йылы башланыр алдынан Башҡортостан Республикаһында йыл һайын балаларҙың юл-транспорт  ваҡиғаларында имгәнеүен булдырмауға йүнәлтелгән профилактик саралар уҙғарыла.
Сер түгел, балалар ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һәм күңелһеҙ хәлдәрҙең күбеһе йәйге каникул осорона тура килә. Каникул осоронда юл-транспорт ваҡиғаһына тарыуҙың төп сәбәбе булып балаларҙың шөғөлһөҙ булыуы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белмәүе тора. Ошондай күңелһеҙ хәлдәрҙе булдырмау, балаларҙың юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен белеүенә өлгәшеү өсөн яңы уҡыу йылы башланыр алдынан профилактик саралар уҙғарыла ла инде.
Каникулдар тамамланды, уҡыусылар йәйге осорҙа йәнле юл хәрәкәтенән арынып торҙо. Хәҙер иһә уларға ошо хаҡта иҫкәртеп, юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен иҫтәренә төшөрәйек.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы.