Ҡорал тапшыр ҙа, аҡса ал
02 октября 2013 йыл | Хоҡуҡ

Ҡорал  тапшыр ҙа, аҡса алБашҡор-тостан Рес-публикаһы Эске эштәр министрлығы атыу ҡоралы ҡулланыуға бәйле суицид һәм бәхетһеҙлек осраҡтары, шундай башҡа ғәҙәттән тыш хәлдәр йышайыуына борсолоу белдерә.
Бындай хәл-ваҡиғаларҙың күпселеге эске эштәр органдарында теркәлмәгән ҡоралдан ҡылына. Был факт ҡорал хужаларының уларҙы һаҡлау, йөрөтөү һәм ҡулланыу ҡағиҙәләренә илке-һалҡы ҡарауын күрһәтә. Ҡоралды дөрөҫ һаҡламау һәм ҡулланмауҙың, ябай күңелһеҙлектәргә килтереүҙән тыш, административ, хатта енәйәт яуаплылығына ла сәбәп булыуын оноторға ярамай.
Ошоларға бәйле рәүештә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Ғафури районы буйынса бүлеге тарафынан ҡорал әйләнеше менән бәйле хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм бөтөрөү маҡсатында ҡорал хужаларының өйҙәренә йөрөп профилактик саралар комплексы уҙғарыу планлаштырылды. Асыҡланған факттар буйынса ғәйеплеләр законда ҡаралған яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Шуға ла Ғафури эске эштәр бүлеге граждандарҙы үҙҙәрендә законһыҙ һаҡланған утлы һәм газ ҡоралын тапшырырға саҡыра. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 3 апрелендәге "Законһыҙ һаҡланған ҡорал һәм боеприпастарҙы үҙе теләп тапшырған граждандарға түләү тураһында” Ҡарарына ярашлы, граждан үҙендә законһыҙ һаҡланыусы шыма көбәкле һунар мылтығын тапшырһа, бер берәмек өсөн 2300 һум, травматик ҡоралдың бер берәмеге өсөн 3000 һум, һыҙма ҡорал өсөн патрондарҙың тапшырылған бер берәмегенә 15 һум аҡса аласаҡ.
Руслан МӘҮЛЕТҠОЛОВ,
лицензия-рөхсәт эше буйынса өлкән
инспектор, полиция капитаны.