Директор яуаплылыҡҡа тарттырылды
21 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Район кешеһенең мөрәжәғәте буйынса ра-йон прокуратураһы федераль закондың үтәлешен тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, элек-
ке мәктәп хеҙмәткәре учреждение директорына хеҙмәт кенәгәһе, штат расписаниеһы һәм устав күсермәһен һорап ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әммә, мәктәп директоры законда ҡаралғанса өс көн эсендә һораған мәғлүмәттәрҙе бирмәй. Ошо факт ғариза менән прокуратураға мөрәжәғәт итергә нигеҙ була ла инде. Граждандың ғаризаһын ҡарағандан һуң, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.39 статьяһына ярашлы, мәктәп директорына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асылды. Мировой судья ҡарары менән учреждение етәксеһе админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылып, уға 1000 һум күләмендә штраф һалынды. Шулай уҡ асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында күрһәтмә ҡағыҙы сығарылып, ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры
ярҙамсыһы, 2-се класлы юрист.

Ышанысты юғалтҡандар
21 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Ғафури район прокуратураһы ауыл биләмәһе Советтарында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы закондың үтәлешен тикшерҙе.
Тикшереү барышында райондың бер ауыл советында коррупцияға ҡаршы көрәш тураһындағы законды үтәмәү күренеше асыҡланды – ауыл Советының ике депутаты 2016 йылдағы килемдәре тураһындағы мәғлүмәттәрен күрһәтмәгәндәр. Ышанысты юғалтыуҙары менән бәйле ошо ваҡиға закон буйынса депутат эшмәкәрлеген туҡтатыуға нигеҙ булып тора. Депутат эшмәкәрлектәрен туҡтатыуҙы талап иткән прокурорҙың күрһәтмә ҡағыҙы сығарылды. Прокурор надзоры акты һөҙөмтәләре буйынса ышанысты юғалтыуҙары менән бәйле депутат вәкәләтлектәре туҡтатылды.

Янғын булдырмауға ямғыр ярҙам итә
14 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Күп кенә ғалимдар билдәләүенсә, Ер шары климатының йылына барыуы һөҙөмтәһендә урман янғындары ла арта бара. Ошо урында ябай ғына ҡағиҙәне иҫкә төшөрөү урынлы булыр ине – янғындарҙы һүндереүгә ҡарағанда уларҙы булдырмау, йәғни иҫкәртеү йөҙ тапҡырға арзаныраҡҡа төшә. Беҙ шулай уҡ урмандарҙы һаҡларға ынтылырға ла тейешбеҙ.
Быйыл ҡойма ямғырҙар һөҙөмтәһендә урман янғындары булғаны юҡ. Әммә был тынысланырға ярай тигәнде аңлатмай. Беҙ һәр саҡ уяу булырға, урмандарыбыҙҙы янғындарҙан һәм башҡа бәлә-ҡазаларҙан һаҡларға тейешбеҙ. Шуға күрә лә, хөрмәтле гәзит уҡыусылар, урманға йүнәләһегеҙ икән, унда тәртип һәм таҙалыҡты һаҡлағыҙ, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ.
Ғафури урман хужалығы.

Яңы төр хеҙмәт күрһәтелә
11 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәктәрендә  гражджандарға "Физик шәхестәрҙән мөлкәт, ер һәм транспорт һалымы буйынса бирәсәктәрҙе түләүгә ғариза ҡабул итеү һәм түләү документтарын биреү” тигән яңы төр хеҙмәт күрһәтелә башланы.
Был хеҙмәт мөрәжәғәт иткән көндә үк, шәхес таныҡлығы  (башҡа кеше өсөн килһәң, нотариуста раҫланған ышаныс ҡағыҙы) нигеҙендә күрһәтелә.
Күп функциялы үҙәккә дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән һәр граждан бирәсәктәре бармы-юҡмы икәнен белешергә; граждандың Рәсәй Федерацияһы территорияһында урынлашҡан барлыҡ һалым һалыу объекттарының һәр төрө буйынса бирәсәктәр һәм уларға хисапланған пеняларҙы түләүгә квитанция алырға; терминал ярҙамында һалым буйынса бирәсәкте түләп ҡуйырға йәки түләү ҡабул итеү пунктына мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Былар хаҡында тулыраҡ белешмәне Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең рәсми сайтында: www.nalog.ru,  йәки берҙәм төбәк "ҡайнар бәйләнеш” телефоны аша – 8(347)226-38-00 – алырға була.

Юл хәүефһеҙлеге – улар иңендә
30 июня 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Юл хәүефһеҙлеге – улар иңендә Йылдан-йыл юлдарҙа төрлө маркалы автомобилдәрҙең һаны арта бара. Быға аптырарға ла түгел, сөнки кеше йәмәғәт транспортында йөрөүгә ҡарағанда, шәхси автомашинаны хуп күрә. Уларҙың өҙлөкһөҙ хәрәкәте ваҡытында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү менән Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге хеҙмәтенең дәүләт инспекцияһы шөғөлләнә. 3 июлдә юлдарҙа тәртип һәм именлек һаҡсылары үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Районыбыҙ ЮХХДИ-һы 12 кешене берләштереп, шуның 7-һе – юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары. Һөнәри байрамдары уңайынан ЮХХДИ-ның өлкән дәүләт инспекторы, полиция майоры Марсель Мазһар улы МӘХИЙӘНОВҡа мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға:

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 6 7 8 9 10 11 12 13 14 ... 59