Бәлиғ булмағандар имгәнде
05 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ, Һаулыҡ һаҡлау

31 августа иртәнге 05.00 сәғәттә райондың бер ауылында К.И. "ВАЗ-11113” автомашинаһында хәүефһеҙлек ҡағиҙәһен үтәмәйенсә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм ҡаршыға килгән "Восход-3М” мотоциклын бәрҙерә.
Һөҙөмтәлә мотоцикл-да китеп барған 2002 йылғы Ф. һәм 2001 йылғы А. төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға килтерелә. Ошоноң менән бәйле ата-әсәләрҙе балаларын таныҡлыҡһыҙ мотоцикл, мопед һәм башҡа транспорт сараһына ултыртмауҙарын һорайбыҙ. Шулай уҡ төндә балаларығыҙҙың ҡайҙа йөрөүен дә контролгә алһағыҙ ине. Уларҙың һаулығы һеҙҙән тороуын онотмаһағыҙ ине.
Марат БАСИРОВ,
ЮХХДИ-ның пропаганда буйынса инспекторы, полиция өлкән лейтенанты.

Эске эштәр бүлеге саҡыра
18 августа 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

Рәсәй эске эштәр министрлығының Ғафури ра-йоны буйынса бүлексәһе кесе һәм урта етәкселек составында эшләү өсөн 18 йәштән 35 йәшкә тиклемге граждандарҙы эшкә саҡыра:
1. Полицияның участка уполномоченныйы (юғары юридик белем тураһында диплом кәрәк);
2. Полицейский, полицияның патруль-һаҡ бүлексәһе полицейскийы (водитель, тулы урта белем).
Эске эштәр бүлегенә милләтенә, сығышына, мөлкәте һәм биләгән вазифаһына ҡарамай РФ дәүләт телен һәйбәт белгән, физик яҡтан һау-сәләмәт, үҙенең шәхсән һәм эшлекле сифаттары буйынса квалификация талаптарына яуап биргән, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре бурыстарын үтәй алырҙай кешеләр ҡабул ителә.
Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәренә социаль гарантиялар:
- аҡсалата эш хаҡы;
- эске эштәр бүлегенә эшкә ҡабул иткәндә һәм эштән киткәндә бирелә торған аҡсалата пособие;
- торлаҡ төҙөү йәки һатып алыуға бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү;
- торлаҡты ҡуртымға алған осраҡта аҡсалата компенсация;
- участка уполномоченныйына торлаҡ биреү;
- медицина һәм санатор-курорт хеҙәтләндереүе
Ильяс Рәхмәтуллин,
эске эштәр бүлеге начальнигы, полиция майоры.

Бушлай юридик ярҙам күрһәтелә
04 августа 2017 йыл | Хоҡуҡ, Йәмғиәт

9 августа Муниципаль район хакимиәте бинаһында (адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2-се йорт) иртәнге сәғәт 10-дән15.00 сәғәткә тиклем бушлай юридик ярҙам күрһәтеү (консультациялар, дәғүә ғаризалары яҙыу) буйынса граждандарҙы ҡабул итеү була
Ҡабул итеүҙе дәүләт юридик бюроһы юристконсульты О.М.Гнатюк уҙғара.

Браконьерлыҡты иҫкәртеү маҡсатында
01 августа 2017 йыл | Хоҡуҡ

Браконьерлыҡты һәм ҡоралдың законһыҙ әйләнешен иҫкәртеү һәм булдырмау маҡсатында, шулай уҡ 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә хайуандар донъяһын һәм улар төйәк иткән мөхитте һаҡлау йәһәтенән республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Эске эштәр министрлығы менән берлектәге саралар планына ярашлы, 17 июлдән 31 декабргә тиклем
районда браконьерлыҡ факттарын асыҡлау  һәм  законһыҙ һаҡланған ҡоралды тартып алыу маҡсатында  профилактик саралар үткәрелә.
Операция барышында тәбиғәтте һаҡлау структуралары һәм һунарсылыҡ ойошмалары менән берлектә һыу биоресурстарын табыу һәм һатыу, һыуҙа йөҙөүсе, һаҙлыҡ-болон, баҫыу, дала һәм тау кейектәренә, ҡырағай хайуандарға һунар итеү, шулай уҡ ҡорал һәм уларға пат-рондар әйләнешендә ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын асыҡлауға йүнәлтелгән маҡсатлы оператив-профилактик саралар үткәреү планлаштырылған. Граждандарҙағы ҡорал әйләнешендә тейешле ҡағиҙәләрҙе боҙоу, һунар ваҡытында спиртлы эсемлектәр эсеү осраҡтарын, ҡоралға документтар, һунар итеүгә лицензия һәм путевкалар булыу-булмауын, ҡиммәтле һәм һирәк осрай торған балыҡтарҙы законһыҙ тотоп һатыусыларҙы асыҡлауға айы-рыуса ҙур иғтибар биреләсәк.
Айрат Мирхәйҙәров,
полиция полковнигы

Директор яуаплылыҡҡа тарттырылды
21 июля 2017 йыл | Хоҡуҡ

Район кешеһенең мөрәжәғәте буйынса ра-йон прокуратураһы федераль закондың үтәлешен тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, элек-
ке мәктәп хеҙмәткәре учреждение директорына хеҙмәт кенәгәһе, штат расписаниеһы һәм устав күсермәһен һорап ғариза менән мөрәжәғәт итә. Әммә, мәктәп директоры законда ҡаралғанса өс көн эсендә һораған мәғлүмәттәрҙе бирмәй. Ошо факт ғариза менән прокуратураға мөрәжәғәт итергә нигеҙ була ла инде. Граждандың ғаризаһын ҡарағандан һуң, РФ Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 5.39 статьяһына ярашлы, мәктәп директорына ҡарата административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш асылды. Мировой судья ҡарары менән учреждение етәксеһе админис-тратив яуаплылыҡҡа тарттырылып, уға 1000 һум күләмендә штраф һалынды. Шулай уҡ асыҡланған хоҡуҡ боҙоуҙарҙы бөтөрөү маҡсатында күрһәтмә ҡағыҙы сығарылып, ҡаралды һәм ҡәнәғәтләндерелде.
Марсель ҒИЛӘЖЕВ,
район прокуроры
ярҙамсыһы, 2-се класлы юрист.

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 54