Дөрөҫ һаҡларға кәрәк
23 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Республикала үҙ-үҙеңде һаҡлау өсөн тәғәйенләнгән атыу ҡоралдарын юғалтыу осраҡтары йышайҙы. Мәҫәлән, 2012 йылда шундай 61 берәмек ҡорал юғалтылһа, шуларҙың 44-е – газ ҡоралы.

Иғтибар итегеҙ: балалар!
20 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Аҙналар буйы ҡар яуып, буранлап торғандан һуң көндәр яҙға тартты, ҡояш йышыраҡ йылмайып баға башланы. Тап ошо ваҡытта юлдарҙа хәүеф арта, сөнки көндөҙ йылытҡанда гөрләп аҡҡан ҡар һыуҙары төнөн һыуытҡанлыҡтан яңынан туңа һәм юлда боҙлауыҡтар хасил итә. Шуға күрә лә тап әле балаларға урамда үҙеңде нисек тотоу хәүефһеҙ икәнен аңлатырға кәрәк.

“Иғтибар, тимер юл аша сығыу урыны!”
13 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

Тимер юл аша сығыу урындары ҙур хәүеф тыуҙырған объект булып тора. Бында юл-транспорт ваҡиғалары эҙемтәләре башҡа автомобиль юлдары участкаларындағыға ҡарағанда ауырыраҡ булыуы билдәле.

Наркоенәйәтселеккә ҡаршы торор ҡеүәтле структура
09 марта 2013 йыл | Хоҡуҡ

РФ Президентының 2003 йылдың 11 мартындағы "Дәүләт идаралығын камиллаштырыу мәсьәләләре” тураһындағы Указына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының бөтөн субъекттарында наркоконтролдең территориаль органдары барлыҡҡа килде.

Полиция хәбәр итә
27 февраля 2013 йыл | Хоҡуҡ

(4-19 февраль)
Ирен үлтергән

4 февралдә фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты фельдшеры полицияға С.-ның үле кәүҙәһе табылыуы хаҡында хәбәр итә. Үлемдең сәбәбе – һул яҡ күкрәк ситлегендә, йәғни йөрәк тапҡырында бысаҡ менән йәрәхәттәр һалынған. Асыҡланыуынса, иргә йәрәхәттәрҙе ҡатыны һалған. Был факт буйынса РФ Енәйәт Кодексының 105-се статьяһы 1-се бүлеге буйынса енәйәт эше асылған. Тикшереү бара.
качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58