Бала хоҡуҡтарын яҡлаясаҡ
06 октября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Башҡортостан Республикаһы Ғафури районы муниципаль район Советы ҡарары менән Башҡортостан Республикаһында бала хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Ғафури районы буйынса йәмәғәт ярҙамсыһы итеп Ольга Николаевна Ғүмәрова тәғәйенләнде.
Уның тарафынан граждандарҙы ҡабул итеү Красноусол ауылы, Калмыков урамы, 16/1 адресы буйынса дүшәмбе-йома көндәрендә 09.00 сәғәттән 17.57 сәғәткә тиклем (13.00-14.00 сәғәттәрҙә төшкө аш мәле) атҡарыла.  Тел.: 2-73-77.

Бушлай ҡабул итеү көнө
26 сентября 2017 йыл | Яңылыҡтар, Хоҡуҡ

29 сентябрҙә Рәсәй Юристар ассоциацияһы Бөтә Рәсәй бушлай юридик ярҙам көнө үткәрә.

Ваҡытында түләгеҙ
19 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Сентябрь айында район-ара һалым хеҙмәте суд приставтары менән берлектә рейдтарға сыҡты.
Бындай саралар бурыслы граждандарҙың йәшәү урынын, милкен асыҡлау, һалым бурысын мәжбүри түләтеү өсөн ойошторола. Ошондай уҡ саралар эшҡыуарҙарҙың йәшәү һәм эш урындары, юридик һәм теркәлгән милек адресы буйынса ла үткәрелә.
Башҡортостан Республикаһының 3-cө район-ара һалым инспекцияһы һалым түләүселәргә мәжбүри сараларҙы көтмәйенсә, һалымды законда ҡаралған үҙ ваҡытында түләргә тәҡдим итә.
Һалым буйынса бурыс тураһында мәғлүмәтте, уны түләү өсөн квитанцияны "Физик шәхестәр өсөн һалым түләүсенең шәхси кабинеты” интернет сервисында www.nalog.ru һалым сайтында алырға була.

Белешмә алыу өсөн
19 сентября 2017 йыл | Хоҡуҡ

Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы граждандарға хөкөм ителгәнлек (ителмәгәнлек) һәм енәйәткә тарттырылыу йәки уның туҡталыуы тураһында белешмә биреү дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә түбәндәге талаптарҙы үтәргә ҡуша.
Дәүләт хеҙмәтен күрһәткәндә ғариза биреүсенең шәхесте билдәләүсе документы – паспортының һәм страховка таныҡлығының (СНИЛС) төп нөсхәһе булырға тейеш.
Ғафури районы буйынса эске эштәр бүлегенә мөрәжәғәт итеүҙәр Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүҙең берҙәм порталында (http:/www/gosuslugi.ru) электрон рәүештә эшкәртелә. Белешмә алыу өсөн ошо сайтта бирелгән ғаризалар тиҙерәк ҡарала.
Ильяс РӘХМӘТУЛЛИН,
 эске эштәр бүлеге начальнигы,
полиция майоры.

Туған телдәрҙе уҡытыу – ата-әсә ризалығы менән
12 сентября 2017 йыл | Мәғариф, Хоҡуҡ

Туған телдәрҙе уҡытыу –  ата-әсә ризалығы менәнМәктәптәрҙә Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен уҡытыу һәм өйрәнеү индерелергә мөмкин булып, граждандар Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбендәге туған телде өйрәнергә хоҡуғы бар ("Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында” Федераль закондың 14-се статьяһы).

качественныешаблоны для dle 9.5 бесплатно
1 ... 4 5 6 7 8 9 10 11 12 ... 59