«Йәгеҙ әле, егеттәр!» Сәйетбабала район конкурсының зона ярыштары үтте
22 февраля 2014 йыл | Йәмғиәт

«Йәгеҙ әле, егеттәр!»  Сәйетбабала район конкурсының   зона ярыштары үттеСәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәгендә Ватанды һаҡлаусылар көнөнә әҙерлек сиктәрендә район күләмендә иғлан ителгән «Йәгеҙ әле, егеттәр!» бәйгеһенең райондың төньяғында урынлашҡан ауыл биләмәләре командалары араһында ярыштары үтте. Был сарала Сәйетбаба ауыл биләмәһенең «Бөркөттәр», Имәндәштең «Партизандар» һәм Ҡауарҙының «Мағаштау бөркөттәре» командалары көс һынашты.
Бәйгенең төп судьяһы Сәйетбаба ауыл хакимиәтенең йәштәр эштәре бу-йынса белгесе Рәис Рәфит улы Юлбарисов булды, йәнә өс ауыл хакимиәтенән берәр кеше бәйгене баһалап барҙы. Бәйгенең шарттары буйынса һәр команда 7-шәр кешенән торҙо.
Сәйетбаба ауыл биләмәһе командаһы сәләмләүҙә башҡаларҙан юғарыраҡ кимәлдә булһа, икенсе ярыш төрөндә - гер күтәреүҙә һәм автоматты һүтеп йыйыу оҫталығы буйынса ҡауарҙылар алға сыҡты. Ә армспорт буйынса алдынғылыҡты Сәйетбаба егете Альберт Сатлыҡов бер кемгә лә бирмәне.
Егет мәргән уҡсы ла, етеҙ ҙә булырға тейеш. Был бәйге төрө – дартста иң күп мәрәй йыйыу-
сы Ҡауарҙы егете булды. Бөтәһе лә ҡатнашып, дөйөм көстө күрһәтә торған бәйге - арҡан тартыуға сират етте. Бында сәйетбабаларға етеүсе булманы. Ҡауарҙылар - икенсе, Имәндәш командаһы өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Үҙешмәкәр сәнғәт төрө бәйгеһендә лә бөтәһе бер булып сығыш яһарға тейеш ине, тик был шартты тик «Бөркөттәр» командаһы ғына үтәне. «Мағаштау бөркөттәре» дуэт менән сығыш яһаны, ә «Партизандар» бөтөнләй «подполье»ға китте. Капитандар бәйгеһендә өс команда капитандары ла һорауҙарға бер тигеҙ яуап бирҙе.
Һәр команданың еңеү өсөн тырышыуын, көсөн, таҫыллығын иҫәпкә алып, өсөнсө урын Имәндәш ауыл биләмәһең «Партизандар» командаһына бирелде. Бер-береһен уҙыша-уҙыша килгән Сәйетбаба ауыл биләмәһенең «Бөркөттәр» һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең «Мағаштау бөркөттәре» командалары тигеҙ мәрәй йыйҙылар. Сәйетбабаларҙа әҙерлек тә күҙгә күренеп тора, берҙәмлек тә, талант та бар. Фекерләшкәндән һуң, былтыр районда үткәрелгән ошо уҡ бәйгелә беренсе урын алған Сәйетбаба ауылы биләмәһе командаһына икенсе урын, ә Ҡауарҙы ауыл биләмәһенең «Мағаштау бөркөттәре» егеттәренә, районыбыҙҙың төньяҡ зонаһы намыҫын яҡлап, сәйетбабалар һымаҡ, беренсе урынды яулап алып ҡайтыуҙарын теләп, тәүге урын бирелде. Бәйгене Сәйетбаба мәҙәниәт һәм ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре алып барҙы, бай йөкмәткеле концерт номерҙары менән биҙәне.
Рәүилә ЛОҠМАНОВА,
"Сәйетбаба” тарихи-мәҙәни үҙәге методисы.