Тәҡдир һынауы
22 марта 2014 йыл | Йәмғиәт

Көн бигерәк һалҡын. Ҡышҡы ҡояш сағыу балҡыһа ла, уның нурҙары ергә килеп етмәҫ үк туңып ҡалалыр һымаҡ. Һыуыҡ биттәрҙе семетә, асыҡ иҙеүҙән ҡуйынға инергә самалай. Бындай көндө, ғәҙәттә, кешеләр урамда һирәк күренә. Сыҡҡандары ла йомошон тиҙерәк йомошлап өйөнә ашыға. Үҙ өйө булғандары, әлбиттә.
Донъя бит ул. Ниндәй генә хәлдәр булмаҫ, ниндәй яҙмыштар осрамаҫ тимә унда. Йәшәр урыны булмағандары ла юҡ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Күптән түгел шундайҙарҙың береһе, Хәкимйән ағай менән осрашҡайныҡ. Ана, бөгөн дә һалҡындан ҡасып магазин тупһаһында ултыра ул. Кәм тигәндә лә бер-ике аҙна йыуынмаған, битен һаҡал-мыйыҡ баҫҡан. Иҫке бишмәте ҡултыҡ аҫтынан буйҙан-буйға йыртылған. Ағай уны һул ҡулы менән ҡымтыған була. Ҡулын алыу менән теге йыртыҡ йәнә асыла ла китә. Уң ҡулына бүркен тотоп алға һуҙған. Араҡы еҫенә ҡушылып үҙенән тағы ла ниндәйҙер, танауҙы ярырлыҡ ауыр еҫ килә. Магазинға инеүселәр сирҡанып уның эргәһенән тиҙерәк үтергә тырыша. Бәғзеләре туҡталып, баш сайҡай-сайҡай тинлек аҡсаһын бүреккә һалып китә.
Мин дә уның эргәһенән күрмәмешкә һалышып үтмәксе инем. Тик моңло тауыш менән йырлауы әсир итеп туҡтатты.
- Тауышың бигерәк моңло, әллә элек йырсы инеңме, - тип өндәштем уға йыр бөткәс. Ҡапылда ғына бер ни ҙә өндәшмәне ул. Бәлки, ишетмәгәндер тип ҡабат һүҙ ҡушырға ынтылғайным да, башын күтәреп, һалҡынлыҡ бөркөп торған ауыр ҡарашы менән өтөп алды. Шунан әкрен генә ҡуҙғалып урамға сығып китте. Алаһы әйберҙәремде алып магазиндан сыҡҡанда ағай тышта тора ине.
- Саҡ ҡына сабыр ит, ҡустым, - тине ул, - әйтәһе һүҙ бар. Күптәр миңә иғтибар ҙа итмәй. Шуға өйрәнеп тә бөткәнмен инде. Әле һинең кешеләрсә өндәшеп,  һорау биреүең һиҫкәндерҙе, күңелгә үтте. Әйт әле, энем, донъяла иң ауыры нимә? - Бер ара тынып торған был ағай ҡапылдан үҙемә ошо һорауҙы биргәс, аптырап ҡалдым. Бәлки, шуғалыр ҙа, минең яуапты ла көтмәйенсә үҙ һорауына үҙе яуап бирҙе:
- Иң ауыры - йәшәр урының булмауы ул.
- Өйөң бөтөнләй булманымы ни? Моғайын да ошо йәшкә еткәнсе йәшәп, йорт төҙөмәй тормағанһыңдыр. Ғаиләң, балаларың да юҡмы ни һуң? – тип әллә нисәмә һорауҙы бер юлы яуҙырҙым, был ағайҙың яҙмышын тиҙерәк белгем килеп.
- Өйөм булһа, бында ултырмаҫ инем, - тине ул ҡырт ҡына.
Мин ҡабаланһам да, ағай ашыҡмай ине. Хәйер, ашығып ҡайҙа бара инде ул. Бишмәтенең йыртығын тартҡыланы.
-    Шофер инем мин, юлдар гиҙҙем. Тыумыштан бирелгән моңло тауышым бар. Гармун, баянда уйнайым. Клубта уҙған һәр сараға мине саҡырырҙар ине заманында. Юбилей, туйҙарҙан да ҡалдырманылар. Ҡыҫҡаһы, мине белмәгән кеше булмағандыр. Һөнәрем буйынса ла тырышып эшләнем. "Һинең урының сәхнәлә бит”, тиһәләр ҙә, юлдар мине үҙенә нығыраҡ тарта ине, - тип һөйләп китте ағай. Уның күптән кем менән булһа ла ихлас һөйләшкеһе килгәндер, күрәһең.
-    Эйе, ғаиләм бар ине, матур йәшәнек. Донъябыҙ гөрләп торҙо. Өс бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Ике ул, бер ҡыҙ. Ғөмүмән, ашҡынып барыр эшем, һағынып ҡайтыр кешеләрем булды. Бәхеттең иң олоһо ошолор. Ғүмеремдең ошо мәлен һағынып иҫкә алам хәҙер. Ул саҡтарға ҡабат ҡайтҡы килә. Тик мөмкин түгел. Балаларыбыҙ үҫеп һәр ҡайһыһы тормошта үҙ юлын тапты. Йыраҡта йәшәйҙәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ тигәндәре раҫтыр инде. Хаҡлы ялға сығырға ла күп ҡалмағайны. Ҡатыным ҡаты сирҙән үлеп китте. Уны юғалтыуҙы ауыр кисерҙем. Шулай ҙа бер йыл самаһы ваҡыт үткәс, балалар риза булмаһа ла, үҙем кеүек яңғыҙ ҡалған бер ҡатынды йортҡа алып ҡайттым. Тик ул эсергә әүәҫ булып сыҡты. Оҙаҡ йәшәй алманыҡ, ҡайтарып ебәрҙем. Тиҙҙән икенсе ҡатын менән осраштыҡ. Тәүге күреүҙән үк оҡшаны ул миңә. Йәштәрсә ғашиҡ булдым тиергә лә мөмкин.  Ул минең йортҡа йәшәргә килмәне, үҙенә саҡырҙы. Уның өйө минекенә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ, күркәмерәк ине. Донъяһы бөтөн. Ире ике йыл элек мәрхүм булған. Был ҡатындың өйөнә күсеп, бергә йәшәп киттек. Насар йәшәмәнек. Күңелем тынысланғандай булды. Эштән ҡайтыуыма аш бешкән, ҡатын ишек асып, йылмайып ҡаршы ала. Тик уның йылмайыуы артында хәйлә, мәкер ятҡанын кем белгән инде. Ул нимә әйтһә, шуны эшләргә әҙер инем. Башта аҡса кәрәк тип минең өйҙәге әйберҙәрҙе һаттырҙы. Сирләй ине, шифаханаға барырға ҡуштылар. Путевкаға, әлбиттә, күп аҡса кәрәк. Ҡатын аҡса эҙләп баш ватманы.
- Әллә урамы менән бергә һинең өйҙө һатайыҡмы, икәүләшеп барып ҡайтыр инек курортҡа, - тине ул, йомшаҡ ҡына итеп. Мин иҫәр, уйлап тормаҫтан риза булдым. Өйҙө һатып аҡсаны ҡатындың һаҡлыҡ кенәгәһенә күсереп тә ҡуйҙым. Өйҙө һатҡанды ишетеп балалар үпкәләне, әлбиттә.
- Ейәнсәреңә туй яһайым, әҙерәк аҡса бирә алмайһыңмы? – тип бер улым килеп тә китте.
- Миндә бер тин дә аҡса юҡ, - тип кире борҙом. Уға аҡса йәлләһәм дә, ҡатындың дүрт малайының икәүһе ҡайҙандыр йүнен табып, яңы машина алып ебәрҙе.
Курортҡа барып, иҫтә ҡалырлыҡ тәьҫораттар алып, ял итеп ҡайттыҡ. Унда үҙ ғүмеремдә тәүге тапҡыр барҙым.
- Әл дә хәстәрле ҡатынға осраным, ҡасан тура килер ине бындай ял, - тип ҡатынға рәхмәт уҡыным. Дүрт-биш йыл самаһы йәшәнек бергә. Һуңғы ваҡытта йыш сирләп, дауаханала ла, өйҙә лә дауаланып ҡараһа ла сир еңде. Яҙҙың йәмле бер көнөндә ҡатынды ер ҡуйынына һалдыҡ. Ошо ҡайғынан һуң айный алмай эскән көндәрем йышайҙы. Тәүге ҡатынымды ерләгәндән һуң да эстем. Әммә ул саҡ үҙемде тиҙ ҡулға алғайным. Был юлы тыйыусы ла, йыуатыусы ла табылманы. Балаларымды ла үҙемдән һыуындырып, араларҙы өҙөп ҡуйғайным бит инде. Шундай көндәрҙең береһендә ҡатындың улдары килеп, мине өйҙән ҡыуып сығарҙылар. Иң ғәжәбе, мин был өйҙә иҫәпкә лә ҡуйылмағанмын булып сыҡты. Урамда ҡалдым. Балаларыма барыр инем, оялам, намыҫ ҡушмай.
- Беҙ тыуып үҫкән йортто ниңә һаттың, - тиәсәктәрен белеп торам. Туй үткәргәндә үтенес менән килгән улымды буш ҡайтарып ебәреүем дә үҙәкте өҙә.
Балаларым, үҙемә оҡшап, бер ҡатлы, изге күңелле лә ул, бәлки, барһам үҙҙәренә һыйындырырҙар ҙа ине…
Бына бер нисә йыл инде ошолай ҡайҙа тура килә, шунда ҡунып, әлегеләй магазин, йә вокзалға йылынырға инеп йәшәйем. Йыйылған аҡса эсеүгә китә. Һаулыҡ бар. Уныһына зарланмайым.
Ағай һөйләүҙән туҡтаны. Һыуыҡта оҙаҡ тороп өшөгәйне лә, шикелле. Хушлашып та тормай боролоп китте. Йә берәй магазинға, йә автовокзалғалыр. Ундағы тупһа хәҙер уның өсөн иң изге урын. Әлегә һаулығы бар, сирләй ҡалһа нишләр, тип уйланым мин 60 йәштәр тирәһендә булһа ла, 70-80-дәге ҡарт кеүек атлап барған был ағай артынан ҡарап. Ул әленән-әле бишмәтенең йыртығын ҡапларға маташа. Уға ҡарап тәнем генә түгел, күңелем өшөп киткәндәй булды.
Фәрғәт ҒӘЛИН.